Конгэк
+29 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Апрель 2021, 17:09

Хикмәтле йомортҡа

Тәбиғәттең гүзәл бер мөйөшөндә ағастар тарафынан “Аллаһ” һүҙе яҙылған Таллы тауына һыйынып ҡына Түбәнге Таш ауылы ултыра. Был әҙәм балаһы имандан тайпылмаһын өсөн Аллаһ тәғәләнең ишараһылыр, моғайын. Ата-бабалар урынды һайлай белгән, бөгөн дә ауылда бындай хозур ерҙе бүләк итеүсе Хоҙайҙың барлығына, берлегенә инанып, йолаларҙы күҙәтеп йәшәйҙәр. Уҡымышлы дин әһелдәре менән бергә йәштәрҙең дә изге ниәткә, яҡшы ғәмәлдәргә ынтылышы - ҡыуаныслы хәл.Юғары көстөң ҡөҙрәтен, бөйөклөгөн, миһырбанлығын дәлилләгән мөғжизәләр ишетелеп тора, әлбиттә. Әле барған мәрхәмәтле рамаҙан айында Түбәнге Таш ауылында Азат Ишбулатовтың хужалығында алынған Аллаһ тәғәләнең исеме төрлө яҡлап бер нисә тапҡыр яҙылған тауыҡ йомортҡаһы ла – изге айҙа бер мөғжизә. Көндәлек ризыҡҡа һалынған тамға аша бәндәләрен иҫкәртәме, зәғиф иманыбыҙҙы камиллаштырыуға талапмы? Нисек кенә булмаһын, аңлаған кешегә был - яҡты маяҡ кеүек юл күрһәтеүсе дәлил.

Тәбиғәттең гүзәл бер мөйөшөндә ағастар тарафынан “Аллаһ” һүҙе яҙылған Таллы тауына һыйынып ҡына Түбәнге Таш ауылы ултыра. Был әҙәм балаһы имандан тайпылмаһын өсөн Аллаһ тәғәләнең ишараһылыр, моғайын. Ата-бабалар урынды һайлай белгән, бөгөн дә ауылда бындай хозур ерҙе бүләк итеүсе Хоҙайҙың барлығына, берлегенә инанып, йолаларҙы күҙәтеп йәшәйҙәр. Уҡымышлы дин әһелдәре менән бергә йәштәрҙең дә изге ниәткә, яҡшы ғәмәлдәргә ынтылышы - ҡыуаныслы хәл.
Юғары көстөң ҡөҙрәтен, бөйөклөгөн, миһырбанлығын дәлилләгән мөғжизәләр ишетелеп тора, әлбиттә. Әле барған мәрхәмәтле рамаҙан айында Түбәнге Таш ауылында Азат Ишбулатовтың хужалығында алынған Аллаһ тәғәләнең исеме төрлө яҡлап бер нисә тапҡыр яҙылған тауыҡ йомортҡаһы ла – изге айҙа бер мөғжизә. Көндәлек ризыҡҡа һалынған тамға аша бәндәләрен иҫкәртәме, зәғиф иманыбыҙҙы камиллаштырыуға талапмы? Нисек кенә булмаһын, аңлаған кешегә был - яҡты маяҡ кеүек юл күрһәтеүсе дәлил.
Читайте нас: