Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
14 Июнь 2021, 17:02

Әсә хаҡы

Донъяла иң ҡиммәтле, бик юғары төшөнсә - әсә хаҡы - бар. Әсә бер балаһына ла насарлыҡ теләмәй, уны был хәлдән фәрештәләр аралай, тиҙәр. Йөрәк янында туғыҙ ай йөрөткән, күкрәк һөтө менән үҫтергән бала - Аллаһы Тәғәлә бүләге. Ә Алла бөтә нәмәлә лә ғәҙел. Әсәй үҙ балаһын көн дә күреп тормаһа ла, күңеленән уға һаулыҡ, иманлы тормош теләп, доғаһы менән ғүмеренең һәр минутын уларға бағышлап үткәрә. Һәр кеше әсәгә мәңге бурыслы. Нисек кенә йәшәһәң дә, һине тыуҙырған, яҡты донъяны бүләк иткән әсәне, уның күңелен һаҡларға кәрәк. Донъяла әсә хаҡынан да юғары нәмә юҡ.

Читайте нас: