Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Июнь 2021, 01:33

Вакцинаның хәләллеге һорау тыуҙыра

Вакцинаның хәләллеге һорау тыуҙыра Мәскәү мөфтөйө һәм Йәмиғ мәсетенең баш имамы Илдар хәҙрәт Әләүетдинов билдәләүенсә, вакцина әҙерләү процедураһын һәм уның составын ентекле өйрәнеү маҡсатында етештереүселәр менән бәйләнешкә сығып, запростар ебәрелгән.Фото: Gov.kz

Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының семинар-кәңәшмәһендә Мәскәү мөфтөйө һәм Йәмиғ мәсетенең баш имамы Илдар хәҙрәт Әләүетдинов ҡатнаша. Үҙәк баҫмаларҙан билдәле булыуынса, яңы вакцинаның хәләллеге хаҡында һүҙ барғанда Мәскәү мөфтөйө ғалимдар советы эшмәкәрлеге хаҡында ла һөйләй. Ул теманың мөһимлеген билдәләп: "Беҙҙең бурыс – вакцина әҙерләү процедураһын һәм уның составын ентекле өйрәнеү. Етештереүселәр менән бәйләнешкә сыҡтыҡ, запростар ебәрҙек. Эш һөҙөмтәһе буйынса бер имеш-мимеш тә раҫланманы. Мәсьәләне дин күҙлегенән төплө өйрәнгәс, март айында вакцинаның хәләл булыуы тураһында ҡарар рәсми рәүештә хәбәр ителде", - ти. Хәҙрәттең әйтеүенсә, вакцина составында спирт булыуы күптәрҙе хафаға һалған, асыҡланыуынса, уның күләме тире аша инъекция яһағанда ҡулланылған спирттан да кәмерәк. Ғалимдар советы ағзалары эксперттар менән берлектә вакцина етештереү барышы менән танышҡан, мосолман ҡанундары боҙолмағанлығы билдәләнгән. Улар “Спутник V” вакцинаһының хәләл булыуы, Ислам нормаларына тап килеүе тураһында һығымта яһаған. Фото: Gov.kz
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: