Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Июль 2021, 21:26

Ҡорбан байрамы менән!

Ғәйет намаҙына сәхәрҙән һуң ураҙалағы кеүек эсмәй-ашамай барыу – бик күркәм эш, ваҡыты шул – ураҙалағы кеүек ҡояш сығыр алдынан ике сәғәт алдан (иртәнге намаҙға ун минут ваҡыт ҡалғансы, ә инде аҙан ишеткәндә ауыҙҙағы ризыҡты сәйнәп, ашап ҡуйырға кәрәк). Ғәйет намаҙы уҡылғас, ризыҡ ҡабыу сауаплы.

Ҡорбан байрамы менән!
Ҡорбан байрамы менән!

Ҡорбан байрамы Сауаплы ғәмәлдәр      Ғәйет намаҙына сәхәрҙән һуң ураҙалағы кеүек эсмәй-ашамай барыу – бик күркәм эштер, ваҡыты шул – ураҙалағы кеүек, ҡояш сығыр алдынан ике сәғәт алдан (иртәнге намаҙға ун минут ваҡыт ҡалғансы, ә инде аҙан ишетһәгеҙ – ауыҙығыҙҙағы ризыҡты сәйнәп, ашап ҡуйығыҙ). Ғәйет намаҙы уҡылғас, ризыҡ ҡабыу сауаплы. Ҡорбан салыу тәртибе Ҡорбандар, байрам намаҙы уҡылған ерҙә, байрам намаҙы уҡылғандан һуң салынырға тейеш. Мәсеттәре булмаған ауылдарҙа иртәнге намаҙҙан һуң ҡорбан салыу дөрөҫ. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бер хәҙисендә: «Ҡорбан итеп салған мал итен ашағыҙ, саҙаҡа итеп бирегеҙ һәм туплағыҙ», —тип әйтә. Ҡорбан салыуҙы ышаныслы ир-атҡа тапшыралар. Ҡорбанды салыр алдынан тәһәрәт алыу кәрәктер һәм ниәт ҡылыу: “Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн... шул-шул кеше исеменән” — тип. Ә инде ҙур малды салғанда ла Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн — тип тәүҙә үҙ исемен (әгәр был өлөшкә ҡатнашһа), шунан – башҡа кеше исемдәрен һанап сыға. Һеҙ мосолман икән, үҙ ҡулығыҙ менән салыуығыҙ бик сауаплы һәм ҡабул булыуына ышаныс ҙур, сөнки үҙ күңелегеҙ менән был эште башҡараһығыҙ, ниәтегеҙҙә ихлас. Намаҙ уҡымайһығыҙ икән – үҙегеҙ ғәйепле, гонаһлы. Ә мулланың намаҙҙы ул аның үҙе өсөн, һеҙгә бер ни ҙә килтермәй, тик доғаһы ғына ҡабул булыуы ихтимал. Бер мосолмандың икенсе мосолманға ҡылған доғаһы ҡабул була тигәнде онотмағыҙ. Ҡорбанлыҡ хайуанды Ҡиблаға табан ҡаратып, үткер бысаҡ менән салалар. Салыр алдында «Ихлас» сүрәһенән аяттар уҡыла. Унан һуң «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтеп ҡорбан салына."Аллаһү Әкбәр! Аллаһүммә иннә һәҙә минкә үә лә фәтәҡаббәл минни" тип әйтергә лә була (Аллаһ! бөйөк Аллаһым, был Һинә һәм Һинең өсөн,(шуға ла быны) минән ҡабул итсе). Әгәр хайуанды хужаһы үҙе салмаһа, салған кеше эргәһендә тороп, уның да әйтеп тороуы бик хуп. Әгәр ҡорбан салыусы уҡылырға тейешле аяттарҙы белмәһә, уның ихлас йөрәктән, пак ниәт һәм күңел менән «Бисмилләһи", "Аллаһу Әкбәр» тип әйтеүе лә етә. Ҡорбан салған ике кеше рәкәғәт намаҙ уҡып, Аллаһ Тәғәләгә хәмед үә ҫәнә итһә, доға ҡылып, ҡорбандың Хаҡ Тәғәлә тарафынан ҡабул ителеүен үтенһә, бик мәслихәт булыр. Ҡорбан салырға керешкәнсе, бер нисә шарттың үтәлеүе мәжбүри. Беренсенән, бысаҡ бик яҡшы ҡайралған булырға тейеш. "Эште яҡшы белеп башҡарығыҙ. Бысаҡтарығыҙҙы ҡайрағыҙ, хайуанды ғазапламағыҙ». Хәҙистәрҙә хайуанды боғаҙлағанда ла тәртибе буйынса сығып эш итергә кәрәк. Башҡа риүәйәттәрҙә бысаҡты хайуанға күрһәтмәү, бер хайуанды башҡаһы эргәһендә салмау, хайуанды салыу урынына һөйрәп килтермәү тураһында әйтелә. Ҡорбан салыусы, эшкә тотонғанда, иң тәүҙә «бисмилләһ» тип әйтергә тейеш. «Хаж» сүрәсенең аят-кәримәһендә бының вәжиб булыуы тураһында әйтелә. Башҡа аятта әйтелә: "Аллаһ исеме менән һуйылмаған хайуандың итен ашамағыҙ! («Әнғәм», 6/121). Мал итен ашау өсөн «бисмиллаһ» әйтеүҙең шарт булыуын белдерә. Кем "биссмиллә"не әйтергә онотҡан икән, һуйылған ит барыбер хәләл тип һанала. Диндә онотоу гонаһ түгел, ә инде белә тороп әйтмәһә, был итте ашау хәрәм була. Рәсүлуллаһ, ғәләйһиссәләм, хәҙрәттәре былай бойора: «Бер кешенең хәле, байлығы һәм мөмкинлеге булып та байрамда салмаһа, намаҙлыҡтарыбыҙҙа йәнәшә булмаһын, йәғни арабыҙҙа булмаһын”. Аңлауыбыҙса, һәр хәлле кешегә ҡорбан салыу вәжиб. Хәленән килгән ғәиләгә ҡорбан салыу мәжбүри. Был ғибәҙәт ошо Ҡорбан байрамы (махсус билдәләнгән өс көн дауамында) көндәрендә үтәлергә тейеш. Малды ошо көндәрҙә салыр кәрәк. Был Ҡорбанды башҡа нәфел (ирекле) ҡорбандар менән йәки үҙең, ғаиләң, һатыу өсөн салынған мал ите менән бутарға ярамай.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: