Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Июль 2021, 17:51

Изге йолалар күҙәтелһен, тәүфиҡлы йәштәр үҫһен

Арыҫлан ауылында ла байрам бик күркәм үтте.  Изге йолалар дауам иткәндә иртәгәһе көнөбөҙ ҙә ышаныслы, ололар өлгөһөндә йәш быуын тәрбиәләнә, күңелдәрҙә мәрхәмәтлек арта, туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәре нығына.

Изге йолалар күҙәтелһен, тәүфиҡлы йәштәр үҫһен
Изге йолалар күҙәтелһен, тәүфиҡлы йәштәр үҫһен

Мосолман иле Ҡорбан ғәйетен байрам итә. Тажзәхмәт беҙҙең арала ҡалһа ла, күптәр вакциналанған, шулай уҡ һаҡлыҡ сараларын күҙәтеп, мосолмандар изге йоланы үтәне. Өс көн дауам иткән байрамдың тәүге көнөндә мәсеттәрҙә ғаиләләребеҙгә, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, мохтаждарға доға юллап, Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылдылар.

Арыҫлан ауылында ла байрам бик күркәм үтте. Ауыл мәсете имамы Рәис хәҙрәт Суҡбаев вәғәзен тыңлап, доға ҡылынды, хөтбә, намаҙ уҡылды, һуңынан ауылдаштар табын артына йыйылып, ҡорбан итен ауыҙ иттеләр. Изге йолалар дауам иткәндә иртәгәһе көнөбөҙ ҙә ышаныслы, ололар өлгөһөндә йәш быуын тәрбиәләнә, күңелдәрҙә мәрхәмәтлек арта, туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәре нығына.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: