Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
24 Июль 2021, 11:00

Бәрәкәт - иң матур һүҙҙәрҙең береһе

Башҡорт телендә матур һүҙҙәр бик күп. Миҫалға “бәрәкәт” һүҙен генә алайыҡ. Һуҙынҡы өндәрҙең бер төрлө әйтелеше генә матур итмәй уны. Йөкмәткеһе яғынан да бик бай һәм әһәмиәтле. Уны бер нисә мәғәнәлә лә ҡулланырға мөмкин. Иң беренсе, ул башҡорт телендәге байлыҡ, муллыҡ тигәнде аңлата. Мәҫәлән, халҡыбыҙҙа “Хәрәкәттә - бәрәкәт” әйтеме бар, йәғни эшләгән кеше бай була. Тағы шулай тип тә әйтәләр: “Был кеше үҙе менән бәрәкәт алып килде”. Был осраҡта йортҡа именлек, ҡот алып килде, тип аңларға мөмкин.

Бәрәкәт - иң матур һүҙҙәрҙең береһе
Бәрәкәт - иң матур һүҙҙәрҙең береһе

Башҡорт телендә матур һүҙҙәр бик күп. Миҫалға “бәрәкәт” һүҙен генә алайыҡ. Һуҙынҡы өндәрҙең бер төрлө әйтелеше генә матур итмәй уны. Йөкмәткеһе яғынан да бик бай һәм әһәмиәтле. Уны бер нисә мәғәнәлә лә ҡулланырға мөмкин.

Иң беренсе, ул башҡорт телендәге байлыҡ, муллыҡ тигәнде аңлата. Мәҫәлән, халҡыбыҙҙа “Хәрәкәттә - бәрәкәт” әйтеме бар, йәғни эшләгән кеше бай була. Тағы шулай тип тә әйтәләр: “Был кеше үҙе менән бәрәкәт алып килде”. Был осраҡта йортҡа именлек, ҡот алып килде, тип аңларға мөмкин.

Оҙаҡҡа еткән әйбергә, башлыса аҙыҡ-түлеккә, аҡсаға ҡарата  “бәрәкәтле булды” тип тә әйтәбеҙ. Был осраҡта был һүҙҙең мәғәнәһе файҙалы, һөҙөмтәле, экономиялы булды тигәнгә ҡайтып ҡала.

Ымлыҡ булараҡ та ҡулланалар. Мәҫәлән, минең бер туған апайым был һүҙҙе көнөнә әллә нисәмә тапҡыр әйтә. Ғәжәпләнһә лә, ҡыуанһа ла, ҡулынан берәй нәмә яңылыш төшөп китһә лә: “Бәрәкәт!” -  ти ул.

Уларҙың йорто юл ыңғайында ғына. Ҡала аша үткән һәр кем уларға һуғылмай үтмәй. Йорттарына бик һалғандарын бер кем дә күргәне юҡтыр. Ишектәре лә, йөҙҙәре лә һәр кемгә асыҡ. Килгән кешене ашатып-эсереп, ял иттереп сығарып ебәрәләр. “Ҡунаҡ менән бәрәкәт килә”, - тигәнде лә унан беренсе тапҡыр ишеткәйнем.

Теләк теләгәндә лә: “Аллаһы Тәғәлә һинең ғаиләңә, бала-сағаңа һәм малыңа бәрәкәт бирһен”, - тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлай ул. Аҙаҡ ҡына был теләктең “Бәрәкәт доғаһы” булыуын аңланым.

Эйе, һәр нәмәнең үҙ бәрәкәте бар: мал-мөлкәттеке – уның бөтмәүе, юҡҡа сыҡмауы, файҙалы булыуы; ғаиләнеке – уның имен, татыу, бәхетле, мөхәббәтле булыуы; ғүмерҙеке – уның оҙон һәм изге эштәр менән үтеүе.

Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ошо һүҙҙе күберәк ҡабатлайыҡ, яманын әйтмәйек, бер-беребеҙҙең ғаиләһенә, эшенә, балаларына бәрәкәт теләйек!

Лена АБДРАХМАНОВА.

Бәрәкәт - иң матур һүҙҙәрҙең береһе
Бәрәкәт - иң матур һүҙҙәрҙең береһе
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: