Конгэк
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иман
1 Сентябрь , 15:10

Иманлы, тимәк, битараф түгел

Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал, халыҡ белмәһә, балыҡ белер, тигән әйтем бар. Ә ниңә халыҡ белмәҫкә тейеш, халыҡ белергә тейеш. Мәләүез ҡалаһында БР мосолмандары Диниә назараты уҙғарған мәҙәни-мәғрифәтселек саралары циклы эсендә күсмә ултырыш үтте, унда яҡшы ғәмәлдәре менән үҙҙәрен күрһәткән аҡ халатлылар һәм ирекмәндәр бүләкләнде.

Иманлы, тимәк, битараф түгел

Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал, халыҡ белмәһә, балыҡ белер, тигән әйтем бар. Ә ниңә халыҡ белмәҫкә тейеш, халыҡ белергә тейеш. Мәләүез ҡалаһында БР мосолмандары Диниә назараты уҙғарған мәҙәни-мәғрифәтселек саралары циклы эсендә  күсмә ултырыш үтте, унда  яҡшы ғәмәлдәре менән үҙҙәрен күрһәткән аҡ халатлылар һәм ирекмәндәр бүләкләнде.

“Күп милләтле республикабыҙҙа берҙәмлек тигән һүҙ ғәмәлдә генә ҡалмай. Коронавирус сире барлыҡҡа килгәс, дини яҡташтарыбыҙ ирекмәнлек йүнәлешенән ситтә ҡалманы, пандемия осоронда мохтаждарға дарыу, аҙыҡ-түлек таратышты. Йәй айҙарында  янғындар һүндереүҙә лә әүҙемлек күрһәттек”, - тине үҙ сығышында сараның модераторы, Мәләүез районының имам-мөхтәсибе Айнур Рафиҡов.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының үҙәк дини ойошмаһы рәйесе Айнур Бирғәлин район ирекмәндәренә һәм һаулыҡ һағында алғы һыҙыҡта хеҙмәт күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙренә рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. “БР момолмандары Диниә назараты ла ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштороуға иреште. Мөфтиәттең ирекмәнлек хәрәкәтендә 300-ҙән ашыу кеше бар. Шуны билдәләп үтер кәрәк: йәштәр социаль башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырырға бик теләп тартыла. Динебеҙ кешеләрҙе милләткә айырмай. Һәр кем Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтенә ирешә ала. Уның өсөн яңғыҙ йәшәгән өлкән кешеләргә, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙ. Үҙең йәшәгән урам халҡына,  йәшәгән районыңа  изгелек эшлә, гражданлыҡ бурысыңды үтә.  Ирекмәнлек - күңел миһырбанлығы, тормош йәме. Һеҙҙең арала йәштәрҙең булыуы бик яҡшы, һеҙ тиҫтерҙәрегеҙгә тик яҡшы өлгө күрһәтәһегеҙ”. - тине Башҡортостан мөфтий-хәҙрәте.

Сарала ҡала хакимиәтенең муниципаль күҙәтеү һәм йәшәү тәьминәте бүлеге начальнигы Руслан Хисамов, район советы секретары Лилиә Һөйәрғолова, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура  райондарының дин әһелдәре лә ҡатнашты.

Иманлы, тимәк, битараф түгел
Автор:Аклима Имамова