Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Сентябрь 2022, 13:30

Намаҙ тураһында ун һорау

Мөхәммәт бәйғәмбәр үҙенең хәҙисендә: «Ҡиәмәт көнөндә кешенән иң беренсе эш итеп намаҙ тураһында һораясаҡтар. Әгәр ҙә ул еренә еткереп уҡылған булһа, уның бөтөн ғәмәле лә дөрөҫ үтәлгән һанала», – ти.

Намаҙ тураһында ун һорау
Намаҙ тураһында ун һорау

– Намаҙҙы белгәнсә ултырып уҡыйым. Уның айырым тәртибе бармы? Намаҙым ҡабул булырмы икән, тип шикләнәм.

– Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Ауырыу кеше намаҙын баҫып уҡый алмаһа, ултырып уҡыһын, ултырып мөмкин булмаһа, ятып уҡыһын», – тигән. Намаҙҙы ултырып уҡыу төрлөсә булырға мөмкин. Кемдер уны баҫып уҡый, әммә төрлө сәбәп арҡаһында сәждәгә китә алмай. Быны башҡара алмаһағыҙ, ишара рәүешендә лә ҡылырға мөмкин. Рәҡәғутта әҙерәк эйелһә лә була.

– Ашыҡҡанда намаҙҙың фарызын ғына уҡырға яраймы?

– Ашығыс эше булғанда, сығып китергә тура килгәндә, фарызды ла уҡырға була. Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында уның бурысы төшкән һанала. Әммә кеше быға ғәҙәтләнергә тейеш түгел. Намаҙҙы сөннәттәре менән еренә еткереп уҡырға кәрәк.

– Ир-атҡа ҡыҫҡа еңле күлдәктә, түбәтәйһеҙ  намаҙ уҡырға рөхсәт ителәме?– Рөхсәт ителә. Әммә күлдәктең оҙон еңле булыуы хәйерлерәк. Түбәтәйһеҙ ҙә уҡыу дөрөҫ, әммә намаҙҙың зиннәте өс кейемдән тора: береһе – аҫҡы өлөштө, икенсеһе –  кәүҙәне, өсөнсөһө – башты ҡаплау.

– Намаҙҙы күҙҙе йомоп уҡырға ярамай, тиҙәр…– Күҙҙе йоммайынса уҡыу сөннәт. Хискә бирелеп, намаҙ тураһында уйланып йомолһа, рөхсәт ителә.

– Мосафир намаҙы нисек була?– Өйөнән сама менән йөҙ саҡрым алыҫлыҡта булған кеше мосафир һанала. Шуға ул дүрт рәҡәғәтле намаҙҙы икәү итеп уҡый.

– Намаҙҙағы хәрәкәттәр нимәне аңлата?– Уның теүәл генә мәғәнәһен һәм хикмәтен беҙ белеп бөтөрә алмайбыҙ. Сәждәнең мәғәнәһе – Хоҙай алдында түбәнселекле булыу.

– Намаҙҙағы рәҡәғәттәр араһында буталһаң, нимә эшләргә?– Был осраҡта сәждә ҡылырға. Ул – намаҙҙағы етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү өсөн ҡылына торған сәждә.

– Намаҙлыҡты төрөп ҡу­йырға кәрәк, шайтандар унда намаҙ уҡый, имеш, тиҙәр.– Намаҙлыҡты саң-туҙан йыймаһын, бысрамаһын өсөн йыйып ҡуйырға кәрәк. Бысраҡ урында ғибәҙәт ҡылынмай.

– Тырнаҡты ҡырҡҡас, тә­һәрәтте яңыртырға  кәрәкме?

– Тырнаҡ киҫеү ҙә, сәс алдырыу ҙа тәһәрәтте боҙмай. 

– Намаҙ ни өсөн ғәрәп телендә уҡыла?

– Был  – Алланың бер хикмәте. Бөтә мосолмандың да намаҙы бер төрлө булһын өсөн ул ғәрәп телендә уҡыла. Һәр кем үҙ телендә уҡыһа, айырмалыҡтар булыр ине. 

 

 

Йәшлек гәзите

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: