Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Ғинуар 2023, 10:05

«Аманат» магазинына рәхим итегеҙ!

Мәләүездәр хәләл тауар һәм мосолман кейемдәре һатылған «Аманат» магазинына теләп йөрөй. Уның ҡала үҙәгендә - мәсет биләмәһендә урынлашыуы ла күптәр өсөн отошло, кешеләрҙең иғтибарын кәрәкле хәләл әйберҙәрҙең бер урында булыуы йәлеп итә. Бынан тыш, һатып алыусыны һәр йома һайын бөтә төр тауарға ун процент ташлама тәҡдим ителеүе лә ылыҡтыра.

«Аманат» магазинына рәхим итегеҙ!
«Аманат» магазинына рәхим итегеҙ!

Мәләүездәр хәләл тауар һәм мосолман кейемдәре һатылған «Аманат» магазинына теләп йөрөй. Уның ҡала үҙәгендә - мәсет биләмәһендә урынлашыуы ла күптәр өсөн отошло, кешеләрҙең иғтибарын кәрәкле хәләл әйберҙәрҙең бер урында булыуы йәлеп итә. Бынан тыш, һатып алыусыны һәр йома һайын бөтә төр тауарға ун процент ташлама тәҡдим ителеүе лә ылыҡтыра.

- Беҙҙең сауҙа эше 2015 йылда башланды, уға тиклем ҡалала мосолмандар өсөн әйберҙәр һатылған магазиндар юҡ ине тиерлек, тәүҙә никахҡа ингән ҡыҙҙарға яулыҡ бәйләргә өйрәнеп, уларҙы өйҙә ҡабул итә торғайным. Йәш кәләштәргә күлдәктәр һатыу хыялы ла тап шул осорҙа барлыҡҡа килде һәм уны ғәмәлгә ашырып, никах кейемдәрен өйҙән генә һата башланыҡ, - ти «Аманат» магазины хужабикәһе Әминә Аҡһарова.

Аҡһаровтар башта ҡаланың сауҙа үҙәгендә һатыу нөктәһе булдыра, бөгөн иһә уларҙың үҙ магазиндары уңышлы эшләй. Унда ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн кәрәкле кейем-һалым табырға мөмкин. Ислам дине ҡанундарына яраҡлаштырып тегелгән никах күлдәктәренең, яулыҡтар, түбәтәйҙәрҙең дә ниндәйе генә юҡ! Һәр кейемгә тура килерлек биҙәүестәрҙең бер урында булыуы ла уңайлы. Оҙон, ҡупшы күлдәктәрҙе, сигеүле камзулдарҙы сәхнәлә сығыш яһаусылар ҙа теләп  ала.

Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәрен нәзәкәтле һәм күркәм итеп тойһон өсөн магазинға ҡайтҡан тауарҙың сифатына, уның тегелешенә ҙур иғтибар бирә Әминә ханым, шуға ла кейемдең зауыҡлыһын һайлай.

«Аманат» та шулай уҡ намаҙлыҡ, Ҡөрьән-Кәримдән башлап сүрә һәм аят йыйынтыҡтары, доға китаптары, намаҙ уҡыу тәртибенә өйрәтеүсе дини әҙәбиәт тә тупланған.  

Сәләмәтлек кәштәһендә һаулыҡҡа файҙалы эфир майҙары, ҡара әнис һәм башҡа төрлө үләндәрҙән яһалған дарыуҙар, спиртһыҙ, майлы хушбуйҙар һәм башҡа бик күп гигиена әйберҙәре урын алған.

Магазиндың мәсет янында булыуы халыҡ өсөн уңайлы, йәштәргә килешле кейем һайлашып ҡына ҡалмай Әминә ханым, уларҙы никах тантанаһына тулыһынса тиерлек үҙе әҙерләй. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың башына яулыҡ бәйләү, уларҙы килешле алҡа-беләҙектәр менән күркәмләндереү кеүек мәшәҡәттәрҙе лә бар күңелен һалып башҡара.

- Был башланғысымда ирем Азат иң ҙур терәгем һәм таянысым, уның ярҙамын тойоу үҙемә лә көс һәм дәрт өҫтәй, - ти магазин хужабикәһе. Бөгөн Аҡһаровтар сауҙа эшен камиллаштырыу, тауар ассортиментын киңәйтеүҙе, халыҡ ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереүҙе маҡсат итеп алған.

Бөгөн мосолман тауарҙары, хәләл ризыҡ һатылған урындар байтаҡ булһа ла, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ һатып алыусыһы бар. «Аманат»ты яратҡандар унда кәрәкле әйберен алырға ғына түгел, магазиндың ихлас һәм алсаҡ хужабикәһе менән аралашыу өсөн дә килә. Никах һәм туй тантанаһы кеше хәтерендә мәңге иҫтә ҡалырлыҡ мөһим ваҡиғалар, әгәр ғүмер байрамдарығыҙҙа үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы күркәм итеп күрергә, күрһәтергә теләһәгеҙ, «Аманат»ҡа рәхим итегеҙ.

 

Автор фотолары.  

*Реклама хоҡуғында

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: