Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Февраль 2023, 14:15

Әрүахтар беҙҙән доға көтә?

  Ҡасан һәм ниндәй доғалар уҡырға? Мәрхүм булған яҡын кешеләребеҙға бағышлап, кесе йома ҡояш байығандан һуң - йома көнө өйҙә, мәсеттә лә доға  ҡылырға була. Бисмиллаһты әйтеп Ҡөрьәндән аят-сүрәләр “”Фәтиха”, “Аят - әл-көрси”, “Ясин”, “Мөлөк”, “Ихлас”) уҡып бағышларға кәрәк. Унан һуң доға ҡылабыҙ. Бисмилләәһир-рәхмәәнир-рәхииим. Йә Раббым! Үҙеңдең ризалығың өсөн уҡылған ошо Ҡөрьән аятын уҡыуҙағы хата-кәмселектәребеҙҙе ғәфү итеп, Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ҡабул ит. Хасил булған әжер-һауаптарын - иң элек барса ғаләмгә рәхмәт өсөн ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салләллаһу ғәләйһи вә сәләмдең һәм уның ғаиләһенең рух Шәрифтәренә ирештерһәң ине. Шулай уҡ, атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып алып, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә ҡәҙәр Ер йөҙөнә килеп еткән барса пәйғәмбәрҙәрҙең, ғәбиттәрҙең, заһидтарҙың, остаздарыбыҙҙың, мөьмин-мөьминә булып үткән барса атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең рух шәрифтәренә ирештерһәң ине. Ғәзиз әсәйемдең, ғәзиз атайымдың рух шәрифтәренә ирештерһәң ине. Ҡәҙерле ҡыҙ туғандарым һәм ир туғандарымдың рух шәрифтәренә ирештерһәң ине. Раббым уларҙың рухтарын шат ҡылып, гонаһтарынан ярлыҡаһаң ине. Уларҙың урынын йәннәттә ҡыл, ҡәбер ғазаптарынан, ҡиәмәт ҡурҡыныстарынан, йәһәннәм утынан һаҡла. Улар был донъяла йәшәгәндә ҡылған изгелектәр булһа, әжер-ҫауаптарын арттыр, ҡылған кәмселектәрен, хаталарын, гонаһтарын Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ғәфү ҡыл, иман байлығын арттырып, урындарын йәннәттә ҡыл. Раббым, Үҙеңдең рәхмәтең менән гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, донъяла һәм әхирәттә изге маҡсаттарыбыҙға ирешергә насип ит. Раббым, донъяла йәшәгән ваҡытыбыҙҙа бәндәләргә мохтаж ҡылма. Тәндәребеҙгә сәләмәтлек, йәндәребеҙгә тыныслыҡ бир. Ҡәлеб һәм маңлай күҙҙәребеҙҙе ас. Башыбыҙға зирәк зиһен, үткер фекер, камил аҡыл, күркәм холоҡ,  тулы иман бир. Донъяла йәшәгәндә ғәмәл-ғибәҙәт, хәйер-ихсан менән йәшәп, үлем ваҡытында анһат үлем бир. Аманат йәндәребеҙҙе биргәндә, йәннәтте күреп, анһат ҡына тапшырырға насип ит. Ҡәбергә барып кергәндә рәхмәт фәрештәләрең ҡаршылап, һорау-яуаптарыбыҙҙы ла еңел бирергә һәм йәннәттәреңә  инергә насип ит. Раббәнә әәтинәә фиддүнйәә хәсәнәтәүә фил ахирәти хәсәнәтәүә ҡынәә ғәзәбәннәәр. Раббәнәғфирлии үәлиүәәлидәййә үәлилмөъминиинә йәүмә йәкүүлмул хисәбе. Амин.

 

Ҡасан һәм ниндәй доғалар уҡырға?

Мәрхүм булған яҡын кешеләребеҙға бағышлап, кесе йома ҡояш байығандан һуң - йома көнө өйҙә, мәсеттә лә доға  ҡылырға була.

Бисмиллаһты әйтеп Ҡөрьәндән аят-сүрәләр “”Фәтиха”, “Аят - әл-көрси”, “Ясин”, “Мөлөк”, “Ихлас”) уҡып бағышларға кәрәк.

Унан һуң доға ҡылабыҙ.

Бисмилләәһир-рәхмәәнир-рәхииим.

Йә Раббым! Үҙеңдең ризалығың өсөн уҡылған ошо Ҡөрьән аятын уҡыуҙағы хата-кәмселектәребеҙҙе ғәфү итеп, Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ҡабул ит. Хасил булған әжер-һауаптарын - иң элек барса ғаләмгә рәхмәт өсөн ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салләллаһу ғәләйһи вә сәләмдең һәм уның ғаиләһенең рух Шәрифтәренә ирештерһәң ине. Шулай уҡ, атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып алып, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә ҡәҙәр Ер йөҙөнә килеп еткән барса пәйғәмбәрҙәрҙең, ғәбиттәрҙең, заһидтарҙың, остаздарыбыҙҙың, мөьмин-мөьминә булып үткән барса атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең рух шәрифтәренә ирештерһәң ине.

Ғәзиз әсәйемдең, ғәзиз атайымдың рух шәрифтәренә ирештерһәң ине. Ҡәҙерле ҡыҙ туғандарым һәм ир туғандарымдың рух шәрифтәренә ирештерһәң ине. Раббым уларҙың рухтарын шат ҡылып, гонаһтарынан ярлыҡаһаң ине.

Уларҙың урынын йәннәттә ҡыл, ҡәбер ғазаптарынан, ҡиәмәт ҡурҡыныстарынан, йәһәннәм утынан һаҡла. Улар был донъяла йәшәгәндә ҡылған изгелектәр булһа, әжер-ҫауаптарын арттыр, ҡылған кәмселектәрен, хаталарын, гонаһтарын Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ғәфү ҡыл, иман байлығын арттырып, урындарын йәннәттә ҡыл.

Раббым, Үҙеңдең рәхмәтең менән гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, донъяла һәм әхирәттә изге маҡсаттарыбыҙға ирешергә насип ит.

Раббым, донъяла йәшәгән ваҡытыбыҙҙа бәндәләргә мохтаж ҡылма. Тәндәребеҙгә сәләмәтлек, йәндәребеҙгә тыныслыҡ бир. Ҡәлеб һәм маңлай күҙҙәребеҙҙе ас. Башыбыҙға зирәк зиһен, үткер фекер, камил аҡыл, күркәм холоҡ,  тулы иман бир. Донъяла йәшәгәндә ғәмәл-ғибәҙәт, хәйер-ихсан менән йәшәп, үлем ваҡытында анһат үлем бир. Аманат йәндәребеҙҙе биргәндә, йәннәтте күреп, анһат ҡына тапшырырға насип ит.

Ҡәбергә барып кергәндә рәхмәт фәрештәләрең ҡаршылап, һорау-яуаптарыбыҙҙы ла еңел бирергә һәм йәннәттәреңә  инергә насип ит.

Раббәнә әәтинәә фиддүнйәә хәсәнәтәүә фил ахирәти хәсәнәтәүә ҡынәә ғәзәбәннәәр. Раббәнәғфирлии үәлиүәәлидәййә үәлилмөъминиинә йәүмә йәкүүлмул хисәбе.

Амин.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: