Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
13 Февраль 2023, 14:35

Мобилизацияла булғандарҙың имен-аман ҡайтыуын теләп ниндәй доға ҡылырға була?

  Хажиә Хафиза Мөхәмәтшина яуап бирә:  - Үҙ һүҙегеҙ менән нисек әйтә алаһығыҙ, шулай теләгеҙ, үҙ һүҙегеҙ менән доға ҡылһағыҙ ҙа  була. Муллаға барып ҡына доға ҡылдырырға кәрәк тип уйларға кәрәкмәй. Нисек беләһегеҙ, шулай доға ҡылырға ярай.      Әлхәмдү лилләһи Раббил ғәәләминн, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә әәлиһи үә әсхәбиһи әжмәғыйн. Йә Раббыбыҙ Аллаһ, ошо сәғәттә барса кәмселек-хаталарыбыҙҙы, гонаһтарыбыҙҙы, беҙҙе ғәфү итеүеңде  һорап доға ҡылабыҙ. Беҙгә һаулыҡ-сәләмәтлек, ашарға ризыҡ, эсергә һыу, һуларға һауа, йәшәргә йорт, ғаилә һәм  балалар биргәнең өсөн һәм барлыҡ ниғмәттәрең өсөн шикһеҙ шөкөрөбөҙ булһын Һиңә. Бер Үҙеңә ғибәҙәт ҡылабыҙ, бер Үҙеңдән генә һорайбыҙ, доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡыл, ҡулдарыбыҙҙы буш ҡалдырма. Йә Раббыбыҙ, Һинең “Әл-Хафиз” тигән исемең менән һорайбыҙ, беҙҙең мобилизацияға эләккән ир-егеттәр Ватанды һаҡлау бурысын үтәй. Уларҙы барлыҡ яуызлыҡтарҙан, яман күҙҙәрҙән, яуыз кешеләрҙең әшәкелегенән, бәлә-ҡазаларҙан, әсирлеккә төшөүҙән, яраланыуҙарҙан, юғалтыуҙарҙан һәм үлемдән Үҙең һаҡла. Һинең Ҡөҙрәтең киң, Рәхмәтең ҙур! Уларҙың арһына дуҫлыҡ, ныҡлыҡ, берҙәмлек урынлаштыр. Йөрәктәренән ҡурҡыуҙы ал, иман-тәүфиҡ биреп күңелдәренә тыныслыҡ һал. Бер-береһенә ярҙам итерлек дуҫ-иптәштәр, хәйерле юлдаштар насип ит, зыян тейҙермә. Иҫән-һау өйҙәренә, ғаиләләренә  әйләнеп ҡайтыуҙарын насип ит! Йә Раббым, илебеҙҙе, еребеҙҙе ҡан-ҡойоштарҙан, емерелеүҙәрҙән, юғалтыуҙарҙан Үҙең һаҡла. Был мәшхәрҙең хәйерле аҙағын бир. Етәкселәрҙең, кешеләрҙең күңеленә тыныслыҡ, дуҫлыҡ хистәрен тарат. Ғәзиз әсәйҙәрҙең, балаларҙың күҙ йәше таммаһын. Мобилизацияға барғандарҙың ата-әсәһенә, ғаиләһенә күркәм сабырлыҡ, тәндәренә сәләмәтлек, йәндәренә тыныслыҡ насип ит! Йә Раббыбыҙ, бөтөн ер шарында тыныслыҡ, ғәҙеллек урынлаштыр! Йә Раббыбыҙ Аллаһ! Үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла  ҡушҡандарыңды үтәп, тыйылғандарынан тыйылып, бер Үҙеңә ғибәҙәт ҡылып йәшәүебеҙҙе насип ит. Беҙҙе ярҙамыңдан ташлама, үҙеңдең рәхмәтеңдән мәхрүм итмә! Раббәнә әәтиннәә фиддүнйә хәсәнәтәү үә ҡыйннә ғәзәбәннәәр. Биррахмәтикә йә әррәхмәрраахимиин. Әмин.

 

Хажиә Хафиза Мөхәмәтшина яуап бирә:

 - Үҙ һүҙегеҙ менән нисек әйтә алаһығыҙ, шулай теләгеҙ, үҙ һүҙегеҙ менән доға ҡылһағыҙ ҙа  була. Диндә тик ғәрәп телендәге һүҙҙәр, йәки муллаға барып ҡына доға ҡылдырырға кәрәк тип уйларға кәрәкмәй. Нисек беләһегеҙ, шулай доға ҡылырға ярай.   

 

Әлхәмдү лилләһи Раббил ғәәләминн, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә әәлиһи үә әсхәбиһи әжмәғыйн.

Йә Раббыбыҙ Аллаһ, ошо сәғәттә барса кәмселек-хаталарыбыҙҙы, гонаһтарыбыҙҙы, беҙҙе ғәфү итеүеңде  һорап доға ҡылабыҙ. Беҙгә һаулыҡ-сәләмәтлек, ашарға ризыҡ, эсергә һыу, һуларға һауа, йәшәргә йорт, ғаилә һәм  балалар биргәнең өсөн һәм барлыҡ ниғмәттәрең өсөн шикһеҙ шөкөрөбөҙ булһын Һиңә. Бер Үҙеңә ғибәҙәт ҡылабыҙ, бер Үҙеңдән генә һорайбыҙ, доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡыл, ҡулдарыбыҙҙы буш ҡалдырма.

Йә Раббыбыҙ, Һинең “Әл-Хафиз” тигән исемең менән һорайбыҙ, беҙҙең мобилизацияға эләккән ир-егеттәр Ватанды һаҡлау бурысын үтәй. Уларҙы барлыҡ яуызлыҡтарҙан, яман күҙҙәрҙән, яуыз кешеләрҙең әшәкелегенән, бәлә-ҡазаларҙан, әсирлеккә төшөүҙән, яраланыуҙарҙан, юғалтыуҙарҙан һәм үлемдән Үҙең һаҡла. Һинең Ҡөҙрәтең киң, Рәхмәтең ҙур!

Уларҙың арһына дуҫлыҡ, ныҡлыҡ, берҙәмлек урынлаштыр. Йөрәктәренән ҡурҡыуҙы ал, иман-тәүфиҡ биреп күңелдәренә тыныслыҡ һал. Бер-береһенә ярҙам итерлек дуҫ-иптәштәр, хәйерле юлдаштар насип ит, зыян тейҙермә. Иҫән-һау өйҙәренә, ғаиләләренә  әйләнеп ҡайтыуҙарын насип ит! Йә Раббым, илебеҙҙе, еребеҙҙе ҡан-ҡойоштарҙан, емерелеүҙәрҙән, юғалтыуҙарҙан Үҙең һаҡла. Был мәшхәрҙең хәйерле аҙағын бир.

Етәкселәрҙең, кешеләрҙең күңеленә тыныслыҡ, дуҫлыҡ хистәрен тарат. Ғәзиз әсәйҙәрҙең, балаларҙың күҙ йәше таммаһын. Мобилизацияға барғандарҙың ата-әсәһенә, ғаиләһенә күркәм сабырлыҡ, тәндәренә сәләмәтлек, йәндәренә тыныслыҡ насип ит! Йә Раббыбыҙ, бөтөн ер шарында тыныслыҡ, ғәҙеллек урынлаштыр!

Йә Раббыбыҙ Аллаһ! Үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла  ҡушҡандарыңды үтәп, тыйылғандарынан тыйылып, бер Үҙеңә ғибәҙәт ҡылып йәшәүебеҙҙе насип ит. Беҙҙе ярҙамыңдан ташлама, үҙеңдең рәхмәтеңдән мәхрүм итмә!

Раббәнә әәтиннәә фиддүнйә хәсәнәтәү үә ҡыйннә ғәзәбәннәәр. Биррахмәтикә йә әррәхмәрраахимиин. Әмин.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: