Фитыр саҙаҡаһынан бер кем дә азат түгел, ауырыу кеше өсөн дә, яңы тыуған сабый өсөн дә фитыр саҙаҡаһы фарыз. Был мөһим эште Ураҙа байрамына тиклем башҡарып ҡуйырға кәрәк. Байрамдан һуң бирелгән саҙаҡа хәйер генә була. Мөхәммәт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм: “Рамаҙан айында ураҙа тотоу ер менән күк араһында аҫылынып тора һәм фитыр саҙаҡаһын биргәс кенә Аллаһы тәғәлә күтәрелә”, - тип әйткән.
Әгәр мосолман ауырыу йәки сәфәрҙә булғанлығы, ҡартлығы буйынса ураҙа тота алмаған икән, шулай уҡ фитыр саҙаҡаһын бирергә тейеш. Аллаһы тәғәлә кешегә көсө етмәҫлек бурыстар ҡуймай, шуға ла фитыр саҙаҡаһын бирә алмаусыларҙа бер гонаһ та, бурыс та юҡ. Фитыр саҙаҡаһы ярлыларға бирелә, шуға ла уны аҡсалата биреү отошлораҡ булыр. Мохтаждар был аҡсаны үҙҙәренә кәрәгенсә тотона аласаҡ. Аҙыҡ менән бирергә лә мөмкин, әммә ул тиҙ боҙола торғандан булмаһын. Кеше уны бешереп, табынға ҡуйып, ашарлыҡ булһын. Фитыр саҙаҡаһы бер кеше өсөн 2,4 кг бойҙай хаҡы тип билдәләнә.