Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Апрель 2023, 07:00

Бөгөн Ҡәҙер кисе

Ҡәҙер кисенең төп мәғәнәһе - бөйөклөк, дәрәжә, алдағы бер йылға яҙмыштар билдәләнеп, тәҡдирҙәр яҙылып ҡуйылыуында.  

Бөгөн Ҡәҙер кисе
Бөгөн Ҡәҙер кисе

Ҡәҙер кисенең төп мәғәнәһе - бөйөклөк, дәрәжә, алдағы бер йылға яҙмыштар билдәләнеп, тәҡдирҙәр яҙылып ҡуйылыуында.

Был көндө мосолман, күк ҡабағы асылыуына, тор­мош­ҡа тынғылыҡ, бә­рәкәт һәм мәртәбә киләсәгенә өмөт бағлай. Ҡәҙер кисенән башҡа «Ал­лаһ рәхмәте ме­нән уның дүрт шарты бар, тип өйрәткән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, ямғыр яу­­ғанда, сабый бала ата-әсә­һенең битенә ҡарап тор­ғанда, Ҡәғбә ишектәре асыл­ғанда һәм никах уҡыл­ғанда».
Аллаһтан бер бәрәкәт тө­шөү сәбәпле, Ҡәҙер кисендә бөтә донъя именлек, тын­ғылыҡ менән тулып, бән­дә­ләр өсөн яуызлыҡтан баш­ҡаны белмәгән шайтан үҙе лә сынйырҙар менән бығауланып ҡуйылыр, ти.
«Был төндө, - тигән ға­лимдар, - бер ҡасан да кү­релмәгән дәрәжәлә нур бал­ҡып, яҡшылыҡ һәм рәхим-шәфҡәт таратып торор, - ти. «Ҡәҙер кисендә күберәк ғибәҙәттә булығыҙ, намаҙ уҡығыҙ, әруахтар рухына доға ҡылығыҙ!» - тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Ҡәҙер кисе күпме дауам итә?
- Таң беленгәнсе, - ти Ҡөрьән, - төн буйына. Ә төн ул ерҙең шәүләһе төшкән тарафтар. Айҙар һәм изге көндәр, шул иҫәптән ра­маҙан айы ла йылдарҙың төрлө миҙгелдәренә күсеп, рәхмәт-бәрәкәтен таратып уҙған кеүек, Ҡәҙер кисе лә Ер күләгәһе үткән юл буйлап үҙенең изгелектәре менән төрлө миҙгелдәр аша үтеп өлгөрә, игелеккә урынды ла күп итеп ҡалдыра.
Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Ҡәҙер кисенең изгелегенә һәм башҡа төндәрҙән дә­рәжәлерәк булыуына ина­нып, был төндө Аллаһтың әжер-­сауаптарына өмөт итеп ҡаршы алған һәм ғи­бә­ҙәттә үткәргән кешенең элек эшләгән гонаһтары яр­лыҡаныр», - тигән.
Рамаҙан айының һуңғы ун кисенең йәки ун төнөнөң береһендә Ҡәҙер кисе - Ҡөрьән индерелә башлаған кис. Икенсеһе - зөлхизә айының тәүге ун көнө һәм төндәре - был көндәрҙә мосолмандар хаж ғибәҙәтен үтәп йөрөй, Ғәрәфәттә тора.Ғәрәфәттә торғандарҙың, тип аңлата дин, Аллаһ бөтә гонаһтарын ярлыҡай.
Дини календарҙан.

 

Бөгөн Ҡәҙер кисе
Бөгөн Ҡәҙер кисе
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: