Был көндө «Йома» дини программаһының 1400-сө эпизоды эфирға сыға. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, программа башҡорт телевидениеһының күптән бара, 1991 йылдың 14 ғинуарында «Бөгөн Йома» тигән тәүге сығарылышы донъя күрҙе. Шул ваҡыттан алып аҙна һайын йома көндәрендә тамашасыларҙы мосолман мәҙәниәте, йолалары менән таныштыра. Программа геройҙары — ислам динен тотҡан кешеләр, дин әһелдәре.
- «Йома» 32 йыл буйына бер тапҡыр ҙа эфирҙан сыҡмай. Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәрен сағылдырған программа бер нисә быуын тамашасыны йыйҙы. Өлкәндәр мосолман ғөрөф-ғәҙәттәренә яҡын булһа, йәштәрҙе мәсеттәр һәм мәҙрәсәләр эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһындыра. Проекттың бигерәк тә билдәле дин әһелдәренең вәғәздәре һәр ваҡыт көнүҙәк, — ти Морат Нәжип улы.
"Йома" программаһының махсус сығарылышы БСТ-ла 21 апрелдә 10.00 һәм 18.00 сәғәттә күрһәтә.