Конгэк
-6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Июнь , 06:40

Сәләм биргән – мең сауаплы

Сәләмләшеүгә мосолмандарҙа айырыуса ҙур иғтибар бирелә, улар, ғәҙәттә, бер-береһе менән ҡул бирешеп күрешә. “Ике мосолман ҡул биреп күрешкәндә, ҡулдары бер-береһенән айырылғанға тиклем уларҙың кескәй гонаһтарының бөтәһе лә ярлыҡаныр”, - тигән Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм.

Сәләм биреү 70 сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙың 69-ҙы – беренсе булып сәләм биргән кешегә, береһе сәләмгә яуап ҡайтарғанға була.
Күреүегеҙсә, сәләмләшеү – ябай ғәҙәт кенә түгел, көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатланған иҫәнләшеү һүҙҙәренең мәғәнәһе ҙур.
Элегерәк кешеләр бер-береһенә таныш-тоноштары аша сәләм ебәрер булған. Хәйер, был күренеш әле һаҡланған. Һинең аша сәләм ебәргәндәр икән, һин уны оҙаҡҡа һуҙмай тәғәйен кешеһенә еткерергә лә тейешһең. Баҡтиһәң, үҙ мәлендә (онотолопмо, иғтибарһыҙлыҡ йә иһә аңлы рәүештәме, башҡа сәбәп менәнме) тапшырылмаған сәләм кеше иңенә оло бурыс булып ята икән.

Сәләм биргән – мең сауаплы
Сәләм биргән – мең сауаплы
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас в