ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
24 Сентябрь 2023, 12:00

Һәр ваҡыт зекер әйтеп йөрөгөҙ!

Руль артында йә автобуста барғанда ла, сират көткәндә лә, бешеренеп, йыйыштырып йөрөгәндә лә, баҡса-йорт тирәһендә эшләгәндә лә, йоҡлап китер алдынан да, ҡыҫҡаһы, бәҙрәфтән башҡа бөтә ерҙә лә туҡтамай ғибәҙәт ҡылып була.

Тәһәрәтең булмаған осраҡта ла, йәғни, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күреме килеп, ваҡытлыса намаҙ уҡымаған сағында ла. Ул ғибәҙәт — зикер әйтеү булыр. Аллаһ Тәғәләне данлау, Уға сикһеҙ рәхмәт уҡыу, ғәфү һорау, иманыңды йөрәгең, телең менән ҡеүәтләү.

Мәҫәлән, юлда барғанда эстән генә "Аллаһу Әкбәр" йә "Әстәғфируллаһ" тип ҡабатлап барыу. Аш әҙерләп йөрөгәндә ихлас күңел менән "Әлхәмдүлилләһ"те әйтеп йөрөү. Берәйһен көтөп ултырғанда "Лә иләһә иллә Аллаһ" тип йөрәгең менән ҡабатлау — былар бөтәһе лә зикер әйтеү була.
Ислам — еңеллек һәм сафлыҡ дине. Ҡәлбебеҙҙе уның нуры менән яҡтыртайыҡ!
"Бәрәкәт" төркөмөнән алынды.
 
Һәр ваҡыт зекер әйтеп йөрөгөҙ!
Һәр ваҡыт зекер әйтеп йөрөгөҙ!
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: