Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Февраль , 14:14

Ояты барҙың намыҫы бар, ә намыҫлы кеше - ырыҫлы кеше

Ошо һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?

Ояты барҙың намыҫы бар, ә намыҫлы кеше - ырыҫлы кеше
Ояты барҙың намыҫы бар, ә намыҫлы кеше - ырыҫлы кеше

Тыйнаҡлыҡ - эргә-тирәләге кешеләрҙе бик ярһытмаған ғорурлыҡтың бер төрө ул.

(Ж.Ренар).

 Баҫалҡылыҡ - ул ҡаҙаныштарың, һәләтең тураһында түбән фекер йөрөтөү түгел, ә уларҙы башҡаларҙың таныуын теләп аптыратмау.

(А.Круглов).

Йыш ҡына баҫалҡылыҡ көсһөҙлөк тип ҡабул ителә, әммә ошо сифат артында әллә күпме  матурлыҡ, көс һәм яҡшы холоҡ ятыуын ваҡыт барыбер иҫбат итә.

Бөтә нәмә лә сама белергә кәрәк, хатта оялсанлыҡта ла.

(А.Франс).

Тыйнаҡлыҡ кешене биҙәй, әммә ас ҡалдыра.

(С.Богатырь).

Оялсанлыҡ - ул башҡаларға оҡшарға теләүҙән һәм уңышһыҙлыҡтан ҡурҡыуҙан тора.

(П.Бошен).

Тыйнаҡлыҡ - ул кешене онотолоуға дусар иткән иң тоғро юлдарҙың береһе.

(Соломон).

Оялған туйҙан буш ҡалыр.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

Ялған баҫалҡылыҡ, маһайыу, данлыҡҡа ынтылыу кеүек үк, ерәнес күренеш.

(К.Гольдони).

Ғорурланыр эшең булғанда ғына тыйнаҡ булырға мөмкин.

(Сардоникус).

Ояттың нимә икәнлеген белмәгәндәргә, әрһеҙҙәргә, тупаҫтарға йәшәүе еңелерәк. Ә кем баҫалҡы, ғәҙеллек, сафлыҡ юлынан бара – уның тормошо ауырға тура килә.

(С.Гаутама).

Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң яҡшы биҙәүес – ул баҫалҡылыҡ һәм... үтә күренмәле күлдәк.

(Е.Шварц).

Маҡтауҙарға битараф түгел, ә тәнҡиткә иғтибар биргән кеше баҫалҡы.

(Ж.Поль).

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: