Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Март , 05:53

УРАҘАНЫҢ ФАЙҘАҺЫ ТУРАҺЫНДА

«Ураҙаның мәғәнәһе нимәлә икән һуң, ашамай тороуыбыҙҙан Хоҙай Тәғәләгә ни файҙа?» – күптәр шундай һорау бирер. Хоҙай Тәғәләнең беҙҙең ашау йәки ашамауға мохтажлығы юҡ. Ғөмүмән, Ул бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй, ураҙа беҙгә генә кәрәк. Шуны ғына беләйек – Аллаһы Тәғәлә бәндәләрҙе файҙалы эштәр башҡарырға саҡырыр, насарлыҡтарҙан алыҫ торорға ҡушыр. 

УРАҘАНЫҢ ФАЙҘАҺЫ ТУРАҺЫНДА
УРАҘАНЫҢ ФАЙҘАҺЫ ТУРАҺЫНДА

Иң тәү сиратта, ураҙа тотоу нәфсене еңергә өйрәтә.

Юҡҡа ғына «ураҙа менән шайтанды ла еңеп була» тип әйтмәгәндәр, ә шайтан беҙҙең нәфсене уятыусы дошман бит инде. Ас ҡайғыһын туҡ белмәй – ә көнө буйы ашамай йөрөгән кешенең күңелендә фәҡирҙәргә ҡарата йәлләү, аңлау тойғоһо уянасаҡ. Бынан һуң кеше изгелектәрҙе күберәк эшләргә тырышасаҡ, ә был инде уның үҙенә лә ҙур файҙа. Ысынлап та, ураҙаның файҙаһы бик күп, мәҫәлән:
1. Ун бер ай дауамында эшләгән ашҡаҙан һәм уға бәйле булған ағзалар ял итер һәм сихәт-сәләмәтлеккә юл табыр. Тәндә тупланған көс ҡеүәтләнер.
2. Ураҙалы кеше ҡыҙмаҫ, кеше күңелен ҡырмаҫ, һис кемде, хатта хайуандарҙы ла рәнйетмәҫ. Йылмайып ҡына торған кеше тирә-яҡтағыларға тик бәхет кенә өләшер.
3. Ураҙа ризыҡты киңәйтер, аҡса һәм малды арттырыр.
4. Ғәйбәт һөйләүселәрҙең дә, тыңлаусыларҙың да гонаһтары уртаҡ, шуға ла Рамаҙан айында ошо гонаһтан йыраҡ торолор. Ураҙаң ҡабул булһын өсөн игелекле булырға, кешене ҡыйырһытмаҫлыҡ һүҙҙәр генә һөйләп йөрөргә кәрәк.
5. Ифтарға туғандарыңды, дуҫтарыңды саҡырыу менән дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәре ҡеүәтләнер.
Ҡыҫҡаһы, ураҙа тотоуҙың файҙаһы икһеҙ-сикһеҙ, ул тәнде лә, йәнде ла таҙарта, дауалай торған ғәмәл.
Ураҙаны аҡылы теүәл, тәне һау-сәләмәт булған бөтә мосолмандар ҙа тоторға тейеш. Ниндәйҙер сәбәп менән берәй көн ураҙағыҙҙы ҡалдырырға тура килһә, был көн өсөн һуңынан тотоп ҡуйырға мөмкин. Рамаҙан айы матур байрам – Ураҙа ғәйете менән тамамлана.

"шОҢҠАР" ЖУРНАЛЫ САЙТЫНАН.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: