Конгэк
-3 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Май , 16:29

Шулай ҙа була...

Ҡөрьәнде асып ҡара!

Бер кеше ашҡа мулла саҡыра. Мулла киткәс, аҡсалары юғала.
- Ҡыҙы әйтә — мулла урланы, унан һуң юғалды аҡса бит, ти.
Муллаға барайыҡмы тип уйлайҙар — ире әйтә, нисек әйтәһең инде муллаға аҡсаны урлағанһың тип, ти. Бер йыл буйы шулай муллаға ҡырын ҡарап йәшәйҙәр.

Бер йыл уҙа, тағы мулланы саҡырырға кәрәк. Уфтанып булһа ла, тағы саҡыралар. Мулла килә, ир менән ҡатынға уҡ ауыр, ҡыйынһынып торалар. Шунан һөйләшеп китәләр.
- Хәҙрәт, минең һиңә мөнәсәбәтем үҙгәргәне белдеңме, - ти ире.
Мулла әйтә:
- Эйе шул, мин һиҙҙем, һин ситләштең, ни булды? - тип һорай.
Ул кеше һөйләп бирә:
— Хәҙрәт, миңа әйтеүе лә ҡыйын, шулай ҙа һин киткәс, аҡсабыҙ юғалды бит.
Мулла йылмайып ебәрә.

«Мин килгәс, тәҙрәнән иҫкән елдән өҫтәлегеҙҙән аҡса иҙәнгә төштө. Мин уны алдым да, Ҡөрьән эсенә тығып ҡуйҙым. Ҡөрьәнде асыу менән аҡса табылыр тип уйланым. Ә һеҙ бер йыл буйына уны асып та ҡарамағанһығыҙ. Әммә минең күңелем һеҙҙең мине ғәйепле тип уйлағанығыҙ өсөн түгел, ә йыл буйына Аллаһ Китабын асып та ҡарағанығыҙ булмағанға төштө. Әгәр һеҙ Ҡөрьәнде асҡан булһағыҙ, аҡсаларығыҙҙы тапҡан булыр инегеҙ», – ти.

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/2020942

Шулай ҙа була...
Шулай ҙа була...
Автор:
Читайте нас: