Конгэк
+3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Октябрь , 22:44

Бәхил бул, Фән ағай!

Ул көслө үҙенсəлекле тауышҡа эйə ине. Башҡарыу сəнғəтендə халыҡсан йырлау традицияларын һаҡланы.

Фән Ғәфис улы Вәлиәхмәтов 1951 йылдың 18 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Шаран районының Хафиз ауылында тыуған. 1979 йылда Өфө сəнғəт училищеһын тамамлаған (Д. Ə. Мусин класы).

 Репертуарында Б. М. Ғайсин, М. М. Ғилəжев, Ф. Х. Ғəлимов, Н. Ə. Дауытов, Р. Х. Сəхəүетдинова, Р. М. Хəсəнов һәм башҡаларҙың йырҙары; башҡорт («Ғайса ахун», «Порт Артур», «Ялсығол»), татар («Герман көйө», «Зөлəйха», «Шахта») халыҡ йырҙары һәм башҡалар. Татар һәм башҡорт халыҡтарының популяр йырҙары менән бер рәттән, онотолоп бөткән иҫке йырҙарын да табып, уларға йән өрөп, киләсәккә илтеүсе ул Фән Вәлиәхмәтов.

Татар АССР‑ында үткəрелгəн Башҡорт АССР-ы əҙəбиəте һəм сəнғəте көндəрендə (Ҡазан, 1989), «Һабантуй» халыҡ байрамында (Аделаида ҡалаһы, Австралия, 2006) ҡатнаша. Рəсəй буйлап гастролдəрҙə була. 2021 йылдың 19 мартында йырсы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Автор:Инсаф Хужабирганов
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-10-12/ay-yly-h-b-r-3965509
Бәхил бул, Фән ағай!
Бәхил бул, Фән ағай!
Автор:
Читайте нас: