Ата-әсә тураһында башҡорт мәҡәлдәре
Үҙ әсәң бауырһаҡ, үгәй инәң - һарымһаҡ.
Әсә янында бала етем булмай.
Атаһыҙ бала етем түгел, әсәһеҙ бала етем.
Әсә ҡуйыны тундан йылыраҡ.
Әсә йылыһы - ҡояш йылыһы.
Ата-әсәһен тыңлаған әҙәм булған, тыңламаған әрәм булған.
Ағасына күрә алмаһы, әсәһенә күрә балаһы.
Бала шатлығы - әсә шатлығы.
Әсә күңеле балала, бала күңеле далала.
Әсә һөтө менән инмәгән - тана һөтө менән инмәй.
Ата-әсә алғышы утҡа-һыуға батырмаҫ.
Ата-әсәһенә ҡәҙер күрһәтмәгән - үҙе лә изгелек күрмәҫ.
▪Баланың ғәйебе - ата-әсәнеке.
▪Донъяла ата-әсәнән башҡа бар нәмә лә табыла.
▪Астан үлһәң дә, ата-әсәңде ташлама.
▪Ир бала - ата-әсәгә таяу, ҡыҙ бала - өйгә яҡҡан буяу.
▪Атаны күреп ул үҫер, әсәне күреп ҡыҙ үҫер.
▪Әсә булмай әсәйең ҡәҙерен белмәҫһең.
▪Бала өсөн әсәнең йөрәге, атаның беләге һыҙлар.
▪Бала ҡәҙерен әсәй белер, ил ҡәҙерен ир белер.
▪Эшләгәнең атаң менән әсәң өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн.
▪Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында.
▪Телhеҙҙең телен әсәhе белер
▪Ҡыҙҙы әсәhе hаҡлаhын, улды - атаhы.
▪Ҡыҙҙың инәhе - ҡырҡ, ҡырҡ беренсеhе сыбыҡ
▪Ҡыҙ ҡыҙлы булмаҫ, әсә ҡәҙерен белмәhә,
Ул уллы булмаҫ, ата ҡәҙерен белмәhә.
▪Бала ҡарама ҡыуышынан төшмәй (әсәнән тыуа).
▪Бала өсөн әсәнең йөрәге, атаның беләге hыҙлар.
▪Атаhыҙ етем - туйҙа етем, әсәhеҙ етем - көн дә етем.
▪Атаhы күрер - улы hөйләр, әсәhе күрер - ҡыҙы hөйләр.
▪Ата - алтын hаҙаҡ, инә - алтын ҡанат
▪Ата байлығы улға йоҡмаҫ, әсә байлығы ҡыҙға йоҡмаҫ.
▪Ата hүҙен тотмаған, әсә hүҙе йоҡмаған - яуға сабыр ир булмаҫ.
▪Атай - еҙнә, инәй - ҡаҙна.
▪Ата-әсәнән ҡасҡан - яманлыҡ менән күҙен асҡан.
▪Ата-инә алғышы утҡа-hыуға батырмаҫ.
▪Ата-инә - алтын hөйәк.
▪Ата-инә берҙәм булhа, балалары күндәм була.