Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Июль 2025, 07:00
1

Күҙ тейеп харап булмағыҙ

Осло ботаҡ менән күҙен соҡоған

 Ауылда был инәйҙе электән ҡаты күҙле тинеләр. Ауылдаштар ул килер булһа, йәйгелектә аҙбарҙа аҫыраған һарыҡ-кәзәһен һарай эсенә бикләй, себештәрен йылға яғына табан ҡыуалай торғайны. Ә бына бер өйөр баланы ҡайҙалыр бикләү мөмкин түгел шул, шунлыҡтан  уны күреү менән тырым- тыраҡай ҡасып бөтә инек.

Башҡа ауылдарҙа тыңламаған балаларҙы әсәйҙәр ҙур тоҡло бабай менән, ә беҙҙе Фатима әбей менән ҡурҡытып үҫтерҙе. Тауышы ғына түгел, үҙе лә көслө, башҡаларға оҡшамауы менән ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан айырылып торҙо.

Улы Таһир ағай үҫеп буй еткергәс, киленле лә булды ул. Ни сәбәптәндер, оҙаҡ ҡына балалары булманы йәштәрҙең. Ҡәйнәһенең күҙе ҡаты, был килендең балаһы булмаҫ инде, тип шыбырлашты ауыл инәйҙәре кис һайын ҡапҡа алдында ауыл яңылыҡтары менән бүлешкәндә.

Бәлки, дөрөҫ һиҙемләү булғандыр, был йортта бала тауышы ишетелмәне. Таһир ағай кәләшен алып, бер заман Магнитогорск ҡалаһына күсте.

Ике йылдан бер үҙе генә ҡайтып, әсәһенең йорт-ҡаралтыһын йүнәштергеләп, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләне лә тағы сәфәргә юлланды. Әсәйемә көҙгә табан атай буласағы тураһында серен сискәнен ишеттем хатта. “Еңгә, был турала әсәйгә әйтергә лә ҡурҡам, ни эшләргә инде”,- тине ул, бошонҡо тауыш менән. “Балаһының балаһына күҙе теймәҫ инде, ҡайтмайыраҡ тороғоҙ”, -тип кәңәш итте әсәй.

Ейәне тыуғанын ишеттерҙеләр Фатима инәйгә. Был ваҡытта түҙеп буламы ни?! Шатлығынан көсө еткәнсә тейәнеп, ейәнен күрергә сәфәргә сыҡты ул. Оло юлға тиклем ауыл бригадирының арбаһында сығарып ҡуйҙы атайым.

Барып, ейәнен күреп  күңелен баҫып, ҡояшта янған табаҡтай йөҙө шатлыҡтан балҡып ҡайтҡанын хәтерләйем инәйҙең.

Әммә аҙна ла үтмәне Таһир ағайҙан телеграмма килде. Оҙаҡ йылдар көтөп алған сабыйының ҡапыл ауырымай-нитмәй үлгәне тураһында ине ул. Халыҡ “аһ” итте. Балаға өләсһенең күҙе тейеүе менән бәйләнеләр был ҡайғыны. Ошонан һуң күрше инәй оҙаҡ ҡына күренмәне. Бер аҙҙан ауылда Фатима инәйҙең ике күҙен дә осло ботаҡ менән тишеүе тураһында ҡот осҡос хәбәр таралды. Һуңғы көндәренә тиклем күрше-күлән тәрбиәләне бахыр инәйҙе. Әллә ысын, әллә буш, улы әсәһен ғәфү итә алмаған, тине өлкәндәр.

Рәғиҙә апайығыҙ.

Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас