Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Сентябрь 2025, 15:30
1

Ышанырғамы, юҡмы?

 Йәнбикә өләсәй менән  Йәнбирҙе олатайҙың ятҡан ерен беләм, ти ул.

Ышанырғамы, юҡмы?
Ышанырғамы, юҡмы?

Редакция ишеге ябылғаны юҡ. Сығышы менән Бөрйән яғынан булған, хәбәрселәр ойошторған мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылған умартасы ағай менән бигерәк тә дини темаға аралашыуы  бик мауыҡтырғыс, фәһемле.

“Күп кеше был донъяла ни өсөн йәшәгәнен белмәй китеп бара. Шуның өсөн Аллаһу Тәғәлә кешегә аң инһен өсөн иң беренсе сәбәп бирә. Аллаһҡа яҡынайыу анһат ҡына түгел, һынауҙар аша килә. Бар нәмәне лә үҙе аша үткәрмәйенсә, кеше бер ваҡытта ышанмай. 2010 йылда башым ауырта, ҡан баҫымы төшә башланы. Дарыуҙарға күстем, система ҡуйҙырҙым, файҙаһы теймәй. Беренсе класта уҡығанда уҡ әсәйемә икенсе төркөм инвалдилыҡ биргәндәр ине. Уға дарыу үләндәре йыйғанлыҡтан байтаҡ мәғлүмәтле инем: үләндәр менән үҙемде лә тәрбиәләп ҡараным. Ул да ваҡытлыса ғына ярҙам итте. Бер туған һылыуым биш йыл алдан изге урындарға ғибәҙәт (зыярат) ҡылып ҡайтҡанда уҡ, ағай, һиңә лә унда барырға кәрәк, ти. 2011 йылда дин юлына баҫтым”, - ти ағай. Изгеләргә йөрөп күҙе асылған, теге донъя барлығын, кешенең йәне үлмәгәнлеген аңлаған ағай, үҙе әйтмешләй, донъяға ҡарашын 180 градусҡа борған. 

“Заманында илдә революция яһап, Аллаһу Тәғәлә юҡ, тип үҫтерҙеләр. Бала саҡтан үҙаллылыҡты тартып алдылар, халыҡты һарыҡ көтөүенә әйләндерҙеләр. Миҫалға, ауылдарҙа колхоз бригадиры килеп эш ҡушты, заводтарҙа ла шул уҡ хәл. 1991 йылдарҙа барыһын туҙҙырып ташлағайнылар, кеше һаман нимәгәлер өмөтләнеп көттө.

Аллаһу Тәғәләнән айырыр алдынан, төрлө юлдар менән беҙгә өйрәтеүселәрҙе юҡ иткәндәр. Дини юлға баҫҡас, “теге донъялағы изгеләр” менән аралаша башланым. 

Улар шул тиклем күп. Пәйғәмбәрҙәрҙең күптәре үҙҙәренең ятҡан урынын күрһәтте. Әйүп, Яҡуп ғәләйһиссәләм Башҡортостан ерендә, Сөләймән ғәләйһиссәләм Силәбе өлкәһендә ерләнгән. Учалынан Миәскә барғанда Межозерный тигән ҡасаба аша 17 километр барып үтһәң, Карагайка тигән ауыл янындағы күл янында Сөләймән ғәләйһиссәләм һуңғы төйәк тапҡан.

Йәнбикә өләсәй менән Йәнбирҙе олатайҙың ятҡан ерен дә беләм. Мораҡ яғынан йөрөгән юлда Һүрәнде (Сурень) үткәс, йылға буйлап барып, һыртҡа барып сыҡһаң, ҡарағайлыҡтар китә. Шунда Айһөйәк тигән бәләкәй генә йылға бар. Шул йылғаға төшмәҫ борон, Ырғыҙлы яғына барғанда, төптәрәк уларҙың ятҡан урыны.

Тәүге кешеләр кәүҙәгә ҙур, оҙонлоғо яҡынса 14 метр булған. Ерҙең кендеге - беҙҙең Башҡортостаныбыҙ. Тәүге пирамидалар Египетта түгәл, ә Башҡортостанда төҙөлгән. Уларҙың конфигурациялары төрлө-төрлө: дүрт ҡырлыһы, купол рәүешендәгеһе лә бар.  Шулар араһында Сусаҡтау, Сатратауҙы әйтеп китер инем. Пирамидаларҙан башҡа, кешеләр йәшәгән йорттар ҙа бар хатта.

Дин юлында йөрөгән хәҙрәт әйтеүенсә, кешегә белем Аллаһы Тәғәләнән әкренләп, һынауҙар аша килә. Әҙәм балаһы иң беренсе  тәккәберлектән, көнсөллөктән ҡотолорға тейеш. Иң ауыры – шикләнеүҙән ҡотолоу. Кеше бит тотоп ҡарамайынса ышанмай.

Ябай ғына миҫал килтерәйек. Авария ваҡытында берәүҙең машина аҫтынан икенсе кешене тартып алғаны, йәки шуға оҡшашыраҡ хәлдәр тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Әлбиттә, был ваҡытта фәрештәләр ярҙамға килә. Аҙаҡтан ул техниканы  урынынан нисек ҡуҙғата алғанына үҙе аптырай.  Шуны аңлаһаҡ та, шикләнеп  ҡуяһың бит. Ул бит Аллаһу Тәғәләнең барлығына шикләнеү була. Шуға ул бик ауыр һынау”, - тип һөйләне редакция ҡунағы.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?

 

 

Ышанырғамы, юҡмы?
Ышанырғамы, юҡмы?
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас