ҺОРАУ: Минең игеҙәк ике балама дүртешәр йәш. Ләкин улар ныҡ ҡарышҡырҙар, даими һуғышалар, ата-әсәһен тыңламайҙар һәм башҡаһы. Уларҙы нисек дөрөҫ юлға баҫтырырға? Зинһар, берәй доға өйрәтһәгеҙ йә берәй кәңәш бирһәгеҙ ине.
ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән!
Ғәҙәттә, балалар йә бик күп шәрбәтле нәмәләр ашап-эскәнгә, йә ярымфабрикаттар менән туҡланғанға, йә ҡарарға ярамаған нәмәләр ҡарағанға, йә уйнарға ярамаған балалар менән уйнағанға үҙҙәрен шулай тотоусан. Әгәр ошо әйтелгәндәр араһынан уларға нимәлер йоғонто яһай икән, шул нәмәгә юлды ябырға кәрәк.
Әкренләп уларға "лә иләһә иллә-Ллаһ" кәлимәһен һәм Пәйғәмбәргә ﷺ салауат һүҙҙәрен әйтеп йөрөүҙе ғәҙәтләндерегеҙ. Аллаһ тураһында, Пәйғәмбәр ﷺ тураһында ябай ғына һүҙҙәр менән дин дәрестәре бирегеҙ.
Шулай уҡ, "Фатиха" сүрәһен уҡып, уларҙың үҙҙәренә һәм улар өсөн әҙерләнгән ризыҡ өҫтөнә өрөргә мөмкин. Һәм, әлбиттә, доғаларҙа Аллаһтан улар өсөн тура юл, тәүфиҡ, яҡшы холоҡ һәм башҡаһын һорағыҙ.
Ә Аллаһ Тәғәлә яҡшыраҡ белә.
Ибраһим Салихджи мөфтөй
Сығанаҡ https://t.me/dinigilem/1370