Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
23 Декабрь 2025, 21:00
0

Хөтбә мәлендә намаҙ

Хөтбә мәлендә мәсет намаҙы йәки бүтән сөннәт намаҙы башҡарырға яраймы?

Хөтбә мәлендә намаҙ
Хөтбә мәлендә намаҙ

Яуап: Имамдың йома хөтбәһе һөйләгән ваҡытында ниндәй ҙә булһа сөннәт намаҙын уҡыуҙы хәнәфи һәм мәлики ғалимдары тыйған (хәнәфиҙәрҙә был мәкруһ булып тора, йәғни шелтәләнә). Әммә хәнбәли һәм шәфиғи мәҙһәптәре быны (хөтбәгә һуңлап килгән кешенең мәсет намаҙы уҡыуын) рөхсәт итә һәм сөнни ғәмәл һанай. Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә. Дәлилдәрен һанауы оҙайлы эш.

Беҙҙә (Башҡортостанда) төрлө мәсеттә хәл төрлөсә. Ҡайһы бер имамдар хөтбә мәлендә намаҙ уҡыуҙы шелтәләһә (хәнәфиҙәргә эйәреп), ҡайһы бер имамдар быға тыныс ҡарай йә хатта үҙҙәре үк хөтбә мәлендә намаҙ уҡырға өндәй (хәнбәлиҙәргә эйәреп).

Шәхсән һеҙгә килгәндә, үҙегеҙ ниндәй генә фекергә эйәрһәгеҙ ҙә, мәсеттәге имамдың һәм йәмәғәттең мәҙһәбен дә күҙ уңында тоторға тырышығыҙ, тип кәңәш итәбеҙ.

Мәҫәлән, берәй ауылда йылдар буйына, хөтбә мәлендә намаҙ уҡырға ярамай, тип өйрәтеп киләләр икән, һеҙ шул ауылдағы йомаға эләгеп, хөтбә мәлендә намаҙ уҡый башлаһағыҙ, һеҙгә сәйерһенеп ҡарарға йә төрлө насар исемдәр тағырға мөмкиндәр (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле беҙҙә дин хәлдәре күбеһенсә шундай кимәлдә). Һәм, мотлаҡ булмаған сөннәт эште эшләйем тип, күпкә әһәмиәтлерәк икенсе эштән – ундағы халыҡҡа дөрөҫ аҡиданы еткерә алыу мөмкинлегенән мәхрүм булып ҡуйыуығыҙ бар. Сөнки күптәрҙә мәҙһәп-ара түҙемлек тигән нәмә үҫешмәгән, нимәнелер саҡ ҡына икенсе фекер буйынса эшләһәң, шунда уҡ һине "һыҙып ташларға" мөмкиндәр. Беҙҙең төп бурыс иһә – халыҡты бер дөрөҫ (сөнни) аҡидала берләштереү, иман, тәүхид нигеҙҙәрен аңлатыу, ә бәләкәй мәҙһәп-ара мәсьәләләр арҡаһында бәхәсләшеп, бер-беребеҙ менән дошманлашып йөрөргә түгел.

Ә тәүфиҡ – тик Аллаһтан.

Сығанаҡ https://t.me/dinigilem/1383

Автор:
Читайте нас