Көнгәк
-12 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
13 Ғинуар , 21:00
1

Намаҙға бәйле ҡайһы бер һорауҙар

Ҡышын тышта, һыуыҡта, намаҙҙы ҡулға бейәләй йә бирсәткә кейеп һәм аяҡ кейемен сисмәйенсә уҡырға буламы? Намаҙ дөрөҫ һаналамы?

Намаҙға бәйле ҡайһы бер һорауҙар
Намаҙға бәйле ҡайһы бер һорауҙар

Яуап: Эйе, ин шәә Аллаһ. Хатта йәйгеһен дә тышта аяҡ кейемен сисмәйенсә намаҙ уҡырға мөмкин. Иң мөһиме – уҡыған урынығыҙҙа ла, өҫтөгөҙҙәге кейемдә лә нәжес (ярамаған бысраҡ) булмаһын.


2) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ. Һорау бар ине: әгәр кеше вахта ысулы менән 2-3 ай ҡайтмайынса Себерҙә эшләй икән, ул күпме ваҡыт намаҙҙарын ҡыҫҡарта ала? Ул унда урындағы кеше һымаҡ һаналып, намаҙҙарын ҡыҫҡартмаҫҡа тейеш түгелме? Ҡушып уҡыһа ла ҡай саҡ.

Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ.

Эйе, 2-3 ай буйына бер урында ятып эшләгән кеше намаҙҙарын ҡыҫҡартмай, һәр намаҙҙы тулыһынса уҡый, бөтә рәкәғәттәрен дә.

Автор:
Читайте нас