ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Октябрь 2020, 14:22

Урал батыр вариҫтары

“Урал батыр” эпосын башҡарыусыларҙың ҡобайыр, сәсәнлек мәктәбен үҫтереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы йыл һайын конкурс ойоштора.

“Урал батыр” эпосын башҡарыусыларҙың ҡобайыр, сәсәнлек мәктәбен үҫтереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы йыл һайын конкурс ойоштора.
Башҡорттоң рухи хазинаһы “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында ла уҙғарыла. Уның маҡсаты - ҡобайыр башҡарыусыларын тергеҙеү һәм үҫтереү, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, һәләтле балаларҙы асыҡлау. «Урал батыр» эпосы – тере тарихыбыҙ. Унда донъя, йәшәйештең, күп серҙәре хаҡында әйтелә.
“Гүзәл” 15-се балалар баҡсаһында ла конкурстың беренсе этабы шартына ярашлы уҙҙы. Дүрт төркөмдән бөтәһе 15 бала ҡатнашты. Тәрбиәселәр, атай-әсәйҙәр ярҙамында өлкән йәш балалар эпосты яттан һөйләне. Жюри ағзалары баҡсаның мөдире Алһыу Байсарова, өлкән тәрбиәсе Наилә Әминова, башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфирә Абдулова, логопед Ирина Садиҡова иң яҡшыларҙы билдәләне. Конкурсанттарҙың тасуири һөйләүе, башҡарыу оҫталығы, аудиторияла үҙен тота белеүе буйынса баһаланды. Шулай итеп 5-се төркөмдән Самира Мырҙағолова (6 йәш) һәм 8-се төркөмдән Арыҫлан Әминов еңеү яуланы. Улар онлайн форматта уҙғарылған конкурстың икенсе этабында ҡатнашыуға лайыҡ булды. Ҡатнашҡан бөтә балалар ҙа Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Яңы уңыштар һәм ҙур еңеүҙәр яулап, киләсәктә лә Урал батыр вариҫтары булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
Хәлимә ИҘРИСОВА, 15-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: