Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Октябрь 2020, 14:16

“Һылыуҡай-2020” титулы Мәләүез гүзәлендә

Район-ҡалабыҙҙа тырыш, маҡсатына ирешеүсән, ғорурланырлыҡ йәштәребеҙ бик күп. Шулар араһынан К.Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Дилә Вәлиева.

Район-ҡалабыҙҙа тырыш, маҡсатына ирешеүсән, ғорурланырлыҡ йәштәребеҙ бик күп. Шулар араһынан К.Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Дилә Вәлиева. Мәҙәниәт өлкәһе кешеләре Ләйсән һәм Фәрит Вәлиевтар ғаиләһендә беренсе бала булып тыуған ипле, тыйнаҡ ҡыҙ бәләкәйҙән йыр-бейеү менән ҡыҙыҡһына. Мәктәптә лә гел яҡшы уҡырға тырыша.
Уҙған аҙнала Стәрлетамаҡта Башҡортостандың көньяҡ зонаһы гүзәлдәре араһында уҙғарылған “Һылыуҡай-2020” конкурсында ҡатнаша. 16 йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, һайлап алыу турынан Гран-при алып ҡайта.
- Миңә конкурста ҡатнашырға ҡала мәҙәниәт һарайында “Аманат” фольклор ансамбле етәксеһе булып эшләгән әсәйем тәҡдим итте. Финалға үтер өсөн беҙгә башҡорт телендә үҙебеҙ тураһында мәғлүмәт, дефиле һәм ижади сығыш башҡарырға ине. Гран при алырыма бер ҙә ышанманым, икенсе йәки өсөнсө урын булыр тип уйлағайным. Сығыш яһарға әсәйем бөтә яҡлап көс бирҙе, “Көнгәк” ансамбле етәксеһе Мәликә Кулиева “Зарифа” бейеүен әҙерләште. Икенсе тур Өфө ҡалаһында 3 декабрҙә үтә. Миңә ярҙам иткән ҡала-район хакимиәтенә, мәҙәниәт йорто директоры Азамат Хәсәновҡа, айырыуса Мәликә Кулиеваға һәм миңә ышанғандарға рәхмәт белдергем килә. Хәҙер икенсе турға ныҡлы әҙерләнә башлайым инде. Әсәйем дә “бәлки автомобилдә ҡайтып төшөрбөҙ”, - тип илһамландыра.
Булдыҡлы, талантлы ҡыҙҙың барыһы ла алда әле. Төрлө идеялар менән янып йәшәй ул. Уға ҡуйған маҡсаттарының тормошҡа ашыуын, уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: