Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Март 2021, 09:50

«XXI быуат лидеры» конкурсы

Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында ««XXI быуат лидеры» Бөтә Рәсәй конкурсының муниципаль этабы үтте.

Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында ««XXI быуат лидеры» Бөтә Рәсәй конкурсының муниципаль этабы үтте
Мәктәп уҡыусылары араһында лидерлыҡ һәләте булғандарҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолған сарала мәләүездәр йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Быйыл унда әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған, алдынғы ҡарашлы, яҡшы уҡыған биш ҡыҙ ярышты. Конкурс йылдағыса ике турҙа ойошторолдо. Тәүгеһендә лидер исеменә дәғүә иткән уҡыусыларҙың портфолиолары баһаланды. Иң яҡшы тип табылғандар икенсе этапҡа үтте. Уларға артабан бик үк еңел булмаған өс һынауҙы үтергә тура килде. “Илем ҡаҙанышы минең һәм йәмәғәт ойошмаһының уңышына бәйле” конкурсында уларға үҙҙәренең һәләтен бөтә яҡлап күрһәтеү бурысы йөмәтелде. Икенсеһендә конкурсанттар үҙҙәренең социаль проектын яҡланы. Бында улар эшләгән эшмәкәрлектең актуаллеге, һәр кемгә аңлайышлы һәм алырлыҡ булыуына иғтибар бирелде. Өсөнсөһөндә карточка буйынса эләккән эште үтәргә кәрәк ине: кемдер залдағы тиҫтерҙәре менән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, икенсеһе Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәтенең йүнәлештәрен иҫкә төшөрҙө, өсөнсөһө үҙенең лидеры хаҡында һөйләне.
Шулай итеп, конкурстың бар этаптарын да уңышлы үтеп, өсөнсө, дүртенсе урындарға сыҡҡан Станислава Бучнева (3-сө гимназия) һәм Юлия Порываева (4-се мәктәп) “Киләсәккә ҡараған йәшлек” һәм “Артынан эйәртеүсе” тигән исемдәргә лайыҡ булды.
Әминә Шаһманова (3-сө гимназия) «XXI быуат лидеры» исеменә лайыҡ булды. Унан саҡ ҡына ҡалышып, Милана Ҡунаҡбаева (8-се мәктәп) икенсе урынға сыҡты һәм “Киләсәге өмөтлө” номинацияһында билдәләнде. Улар тиҙҙән конкурстың республика турында район намыҫын яҡлаясаҡ. Әйткәндәй, беҙҙең уҡыусылар һуңғы биш йылда был этапта һәр ваҡыт маҡтаулы урындар яулай. Мәҫәлән, Виктория Урчева (4-се мәктәп) ике йыл элек беренсе урын алып, Мәскәүҙә республика исеменән сығыш яһағайны. Былтыр пандемия шарттарында онлайн форматта үткәрелгән сарала Дарья Циркова ла (Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы) алдынғы урындарҙы биләне. Быйыл да ҡыҙҙар һынатмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ.
Читайте нас: