Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Апрель 2021, 11:15

Күҙ нурҙарын һала биҙәккә

Күңелен һалып, күҙ нурҙарын түгеп башҡарған эштәренең һәр ҡайһыһы ҡәҙерле Нуриҙәгә.

Элек-электән ҡул эштәренә оҫта гүзәл заттың башҡалар араһында абруйы ҙур булған. Кейем-һалымға, көнкүреш кәрәк-ярағына ҡытлыҡ замандарҙа кешеләр ҡулы эш белгәндәргә күҙ терәп торған. Һуңғылары иһә тотош ауыл халҡына кейем тегеп кәсеп иткән, шул аҡсаға ғаиләһен ҡараған.Ҡыҙҙарҙың бирнәһендә лә күпселек һырылған, тегелгән һәм сигелгән әйберҙәр өҫтөнлөк иткән.
Кейем-һалымға һәм башҡа әйберҙәргә ҡытлыҡ заманда йәшәмәһәк тә, ҡул эшенә маһирҙар бөгөн дә күп беҙҙә. Кемдер тегә, кемдер бәйләй, уңғандар араһында сигеү менән мауыҡҡандар ҡатын-ҡыҙҙар ҙа етерлек.
Йәш замандашыбыҙ Нуриҙә Мәжитоваға иһә уларҙың бөтә төрө лә таныш. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, ти халыҡ. Егәрле яҡташыбыҙ иһә ҡул эштәренә ҡәрсәһенән өйрәнә. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ үҙенә кофта бәйләп кейә уңған ҡыҙ. Һуңғы йылдарҙа ул сигеү менән дә ҡыҙыҡһына башлай. Иң беренсе эше алмаз мозаикаһы, йәғни төҫлө сәйләндәрҙән туҡымаға һүрәт йыйыу була. Был эшен әле лә дауам итә, бигерәк тә мәсет, доғаларҙы туҡымаға сигеү оҡшай уның үҙенә, улар кешегә йән тыныслығы бирә.
Нуриҙә - әле бәләкәс бәпесе менән декрет ялында. Шулай булһа ла яратҡан шөғөлөнә ваҡыт тапмай ҡалмай. Һуңғы осорҙа милли биҙәүес һаҡал эшләү менән ҡыҙыҡһына башлаған йәш әсә.
Ҡул эше менән шөғөлләнеүҙе бөтә кеше лә булдыра алмай, уның өсөн, тәү сиратта, түҙемлек кәрәк. Күңелен һалып, күҙ нурҙарын түгеп башҡарған эштәренең һәр ҡайһыһы ҡәҙерле Нуриҙәгә. Буш ваҡыты килеп сығыу менән яратҡан эшенә тотона оҫтабикә. Ҡатын-ҡыҙ донъяһын үҙе йәмләп, биҙәп йәшәргә бурыслы. Өй эсендәге ҡотто ла тап гүзәл зат булдыра. Матур, сағыу ҡул эштәре кешегә дәрт һәм күтәренке кәйеф өҫтәй, башҡаларҙы ла матурлыҡҡа әйҙәй.
Читайте нас: