Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Август 2021, 09:08

Сағыу төҫтәр һәм хуш еҫтәр фестивале

Коронавирус инфекцияһы таралғанға тиклем йыл һайын августа “Дан” ял һәм мәҙәниәт паркында ҡала предприятиелары, торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау участкалары, һәүәҫкәр баҡсасылар, мәғариф һәм социаль учреждениелар ҡатнашлығында Сәскә байрамы үткәрелә торғайны. Унда сағыу һәм хуш еҫле композициялар күргәҙмәһенән тыш, райондың үҙешмәкәр артистары концерт ҡуя ине.

Сағыу төҫтәр һәм хуш еҫтәр фестивале
Сағыу төҫтәр һәм хуш еҫтәр фестивале

Коронавирус инфекцияһы таралғанға тиклем йыл һайын августа “Дан” ял һәм мәҙәниәт паркында ҡала предприятиелары, торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау участкалары, һәүәҫкәр баҡсасылар, мәғариф һәм социаль учреждениелар ҡатнашлығында Сәскә байрамы үткәрелә торғайны. Унда сағыу һәм хуш еҫле композициялар күргәҙмәһенән тыш, райондың үҙешмәкәр артистары концерт ҡуя ине.

Мәләүездәр был күркәм традицияға быйыл да тоғро ҡалды. Тик эпидемиология хәленә бәйле ойошмаларҙы һәм халыҡты йыймай ғына үткәрҙе. Үткән йомала ҡала депутаттары, социаль, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәренән торған комиссия эшләне.

Социаль селтәрҙәрҙә урамда, предприятиелар алдында сәскә түтәлдәре аҙлығына ризаһыҙлыҡ белдереүселәрҙе бергә алып йөрөргә кәрәк булған уй тыуҙы. Эйе, сер түгел, ҡасандыр сәскә үҫкән түтәлдәр сүп үләне баҫып алған ойошмалар ҙа аҙ түгел. Әммә быйылғы аяуһыҙ ҡоролоҡ йылында ла үҙ биләмәһен йәшелләндереүгә, тейешле тәртиптә тороуға ҙур иғтибар биргән учреждениелар ҙа күп. Уларҙың күбеһе тышҡы яҡтан ғына түгел, эске территорияһын да гөл-сәскәгә күмгән. Был тәңгәлдә “Мәләүез һөт-консерва комбинаты”н өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Улар йыл һайын Сәскә байрамына ентекле әҙерләнә. Цехтар араһында конкурс үткәрәләр, тәжрибә уртаҡлашалар. Быйыл завод территорияһында 100-гә яҡын рауза сәскәһе ҡыуағы ултыртылған. “Водоканал”, “Тимер-бетон ҡоролмалар заводы”, “Мәләүез минераль ашламалар”, “Зеленхоз” һәм башҡа төрлө милектәге йәмғиәттәр тирә-яғын йәшелләндереүгә йылдағыса етди ҡараған. Бында, әлбиттә, ҡала биләмәһе хакимиәтенең тораҡ пунктты төҙөкләндереүгә, таҙа һәм матур тотоуға ҙур әһәмиәт биреүе үҙ ролен уйнай. Сәскә байрамын үткәреү ҙә – шуға асыҡ миҫал.

Сәскә көнөндә ҡатнашырға быйыл ҡырҡҡа яҡын ғариза бирелгән. Шуның 10-һы ойошмалар, 3-һе торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау участкалары, 9-ы сауҙа предприятиелары, 7-һе – белем биреү учреждениелары, 3-һе – күп фатирлы йорттарҙа, 8-е –шәхси секторҙа йәшәүселәр.

21-се балалар баҡсаһы йыл ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан йылдағыса аллы-гөллө сәскәләр уртаһында ултыра. Өлкән тәрбиәсе Анжела Ғабдрахманова әйтеүенсә, был матурлыҡты булдырыуға педагогия коллективы ғына түгел, ата-әсәләр ҙә көс һала. Бында иртә яҙҙан көҙгә тиклем сәскәләр кескәйҙәрҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һоҡланыу хисе тәрбиәләй.

32-се биҫтә 21-се йорттоң тәүге ике подъезы янынан үтеүселәр ҙә Земфира Миңлегәрәева, Миңлегөл Хәмитова, Людмила Лунегова, Евгения Макарова тырышлығы менән булдырылған күркәмлекте күреп, һоҡланмай, йылмаймай үтеп китмәйҙер. Шулай уҡ Беренсе май урамы, 10, Маяковский урамы, 67-се йорттарҙа йәшәгәндәр торлаҡ алдын ожмах баҡсаһына әйләндергән.

Шулай итеп, сәнәғәт предприятиелары араһында беренсе урынды Һөт-консерва комбинаты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларынан “Водоканал”, сауҙа учреждениеларынан “Ағиҙел” ҡунаҡханаһы, “Парксити” йәмғиәте, “Үҙәк баҙар”, социаль өлкә һәм мәҙәниәт – РФ пенсия фонды, мәғариф – Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы, 21-се балалар баҡсаһы, күп фатирлы йорттар араһында Маяковский урамы, 23-сө йорт (Миңлегөл Тимербулатова, Татьяна Хлопотова) яуланы. Еңеүселәр һәм маҡтаулы урын алғандар ҡалала үткән байрамда Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнәсәк.

Сағыу төҫтәр һәм хуш еҫтәр фестивале
Сағыу төҫтәр һәм хуш еҫтәр фестивале
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: