+26 °С
Болотло
Ҡошҡайҙарға элдем тағараҡ
Тағараҡ элгән Самир,
Һалған бойҙай, көнбағыш.
Вәлиди урамына килеп,
Ашағыҙ тип көн һайын!
Рәхәт беҙгә йылы өйҙә,
Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә.
Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға
Был миҙгелдә ни эшләргә?
Шуны уйлап, атай менән
Тағараҡ эшләп элдек.
Ҡайһы ҡош нимә ярата
Быны ла яҡшы белдек.
Ҡыҙылтүшкә миләш кәрәк,
Ҡарабаш турғайға – туң май.
“Ҡурҡытмайыҡ ҡоштарҙы!”- тип,
Ситтән генә күҙәттек.