Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Июль 2022, 10:40

Конкурста ҡатнашығыҙ, яҡташтар!

БР Ауыл хужалығы министрлығы агросәнәғәт комплексында эшләгәндәр араһында “Башҡортостан республикаһының хеҙмәт династиялары” конкурсын иғлан итә.

 

БР Ауыл хужалығы министрлығы агросәнәғәт комплексында эшләгәндәр араһында “Башҡортостан республикаһының хеҙмәт династиялары” конкурсын иғлан итә.

Конкурс өс номинацияла уҙғарыла.

“Һөҙөмтәле эш өсөн” - иң күп наградаға эйә булған династия еңеүсе тип табыла. “Быуындар күсәгилешлеге өсөн” номинацияһында иң күп һанлы быуындар теҙмәһе еңеп сыға. “Иң өлкән династия” номинацияһына иң оҙайлы хеҙмәт стажына эйә династия һайлана (династияға нигеҙ һалыусының хеҙмәт эшмәкәрлеге башланғандан алып конкурста ҡатнашыу өсөн документ пакеты тапшырғанға тиклем һөнәрҙәге быуын ағзаларының дөйөм эш стажы иҫәпкә алына. Конкурста ҡатнашырға теләгәндәрҙең бер номинацияны һайлап алыу хоҡуғы бар. Конкурсҡа документтарҙы 9 авгусҡа тиклем Өфө ҡалаһы,  Пушкин урамы, 106 кабинет адресы буйынса БР Ауыл хужалығының кадрҙар сәйәсәте бүлегенә тапшырырға мөмкин.

Тулыһынса мәғлүмәтте https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fagriculture.bashkortostan.ru%2Fdocuments%2Factive%2F432267%2F&post=-175874287_3159&cc_key=

 сайтына инеп ҡарай алаһығыҙ.

Белешмә өсөн телефон номеры: 8(347)218 - 05-62, 218 - 06-07.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: