Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Ноябрь 2022, 11:45

Еңеүселәр билдәләнде

Ноябрҙә гәзитебеҙ сәхифәһендә иғлан ителгән “Беҙ тыныслыҡ яҡлы!” конкурсын йомғаҡлар ваҡыт етте.  Иң алда “Көнгәк”тең әүҙем дуҫтарына: Восточный, Һарыш, Ергән, Смаҡ мәктәбе уҡыусыларына, ағинәйҙәргә, бигерәк тә ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайы уҡыусыларына рәхмәт әйтеп үткебеҙ килә. Күңел түрендә йөрөгән уй-хыялдарығыҙҙы ҡағыҙға төшөрә алғанығыҙҙы хуплайбыҙ, һәр ваҡытта үҙегеҙҙең әүҙем позицияғыҙҙы белдерергә, әйтер һүҙегеҙҙе әйтергә өйрәнегеҙ, афарин! Конкурс булғас, еңеүселәр ҙә була, улар тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса һайлап алынды. 

Иң алда “Көнгәк”тең әүҙем дуҫтарына: Восточный, Һарыш, Ергән, Смаҡ мәктәбе уҡыусыларына, ағинәйҙәргә, бигерәк тә ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайы уҡыусыларына рәхмәт әйтеп үткебеҙ килә. Күңел түрендә йөрөгән уй-хыялдарығыҙҙы ҡағыҙға төшөрә алғанығыҙҙы хуплайбыҙ, һәр ваҡытта үҙегеҙҙең әүҙем позицияғыҙҙы белдерергә, әйтер һүҙегеҙҙе әйтергә өйрәнегеҙ, афарин!

Конкурс булғас, еңеүселәр ҙә була, улар тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса һайлап алынды.

Урындар түбәндәгесә билдәләнде: 1-се урында - Нур Кәбиров, 2-се урында - Амелия Татлыбаева, Евгения Иванова. 3-сө урынды Диана Алтынбаева,Әлфинә Кәримова, Сабрина Сәйфуллина, Азалия Юлыева, София Шаһабетдинова бүлеште. Конкурста еңеүселәрҙе спонсорыбыҙ “Акрос РБ” йәмғиәтенең бүләктәре, ә ҡалған ҡатнашыусыларҙы маҡтау ҡағыҙы көтә. Һәммәгеҙгә лә тормошоғоҙҙа ижади уңыштар теләйбеҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

“Көнгәк”тәр.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: