Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Апрель 2023, 20:16

«Рәсәй лидерҙары» идарасылар конкурсы

Төбәк һәм ил күләмендә үҙең хаҡында белдереү, шулай уҡ идара итеү һәләтеңде күрһәтеү мөмкинлеге ул. Конкурс Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса 2017 йылдан башлап уҙғарыла

«Рәсәй лидерҙары» идарасылар конкурсы
«Рәсәй лидерҙары» идарасылар конкурсы

Унда 55 йәшкә тиклемге һәм 2 йылдан ашыу идара итеү тәжрибәһе булған һәр кем - тәжрибәле бизнес йәки дәүләт секторы етәксеһе лә, идара итеү өлкәһендәге эшен яңы башлап тороусы ла ҡатнаша ала.
 
Сарала ҡатнашыусылар өсөн:
 
1 000 000 һум күләмендә белем биреүгә грант алыу
бизнес йәки дәүләт идаралығы лидерҙары иҫәбенән остаз менән эшләү
иң яҡшы HR-белгестәрҙән үҙеңдең идара итеү һәләтен үҫтереү буйынса баһа һәм кәңәштәр алыу
Рәсәйҙең иң яҡшы идарасылары берләшмәһенә инеү
кадрҙар менән идара итеү резервын үҫтереү программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге буласаҡ
 
«Рәсәй лидерҙары»нан бөтә ил буйынса ҙур дәүләт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, топ-менеджерҙар, эре компания һәм предприятиелар идарасылары, ректорҙар, мәғариф, мәҙәни, медицина ойошмалары етәкселәре үҫеп сыға.
 
 Конкурста ҡатнашыу бушлай, 2023 йылдың 14 майына тиклем лидерыроссии.рф сайтында теркәлергә кәрәк

Автор:Аңлатабыҙ.Башҡортостан
Читайте нас: