Һирәк тешле кешенең ауыҙында һүҙ тормай.
Ирене йоҡа кеше уҫал булыр.
Ҡытыҡсан булһа, кеше көнсөл була.
Башы ҙур бей булыр, ҡолағы ҙур ҡол булыр.
Аяғы йөнлө мал-тыуарҙан бәхетле булыр.
Башы йыуан бай булыр, балтыры йыуан ҡол булыр.
Егеттәр биҙәнһә мыйыҡ сыҡмай.