Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
7 Июль 2020, 19:40
Аҡса ҡоло булмағыҙ
Мәләүез район суды ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләнгән холоҡ төҙәтеү колонияһының элекке начальнигына һәм тағы ике әшнәһенә енәйәт эше тикшереүен тамамланы.Эштә биләгән урыны менән файҙаланып, етәксе вазифаһын биләгән кеше колония ихтыяжы өсөн 30 йөк машинаһы двигателенә 4545000 һумлыҡ запчасть алырға юридик фирма менән ялған дәүләт контракт төҙөй.
Мәләүез район суды ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләнгән холоҡ төҙәтеү колонияһының элекке начальнигына һәм тағы ике әшнәһенә енәйәт эше тикшереүен тамамланы.
Эштә биләгән урыны менән файҙаланып, етәксе вазифаһын биләгән кеше колония ихтыяжы өсөн 30 йөк машинаһы двигателенә 4545000 һумлыҡ запчасть алырға юридик фирма менән ялған дәүләт контракт төҙөй.
Колония начальнигы күрһәтмәһе буйынса контракт документ әйләнеше барышын тәьмин итеү һәм юридик фирманың маркетинг бүлеге етәксеһе атҡара. Ғәмәлдә иһә запчастар килтерелмәй, урланған аҡсаны ғәйепләнеүселәр үҙ-ара бүлешә.
Суд ултырышында ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен таныманы: уларҙы дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында өс йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы. Уларҙың икәүһе суд залында ҡулға алына, өсөнсө ҡатынға, балаһының 14 йәше тулғансы, хөкөм ҡарары кисектерелә.
Фото Интернеттан.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?