Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
24 Март 2021, 12:05

Ҡоҙоҡта - мәйет

Йәмғиәтте эскелек һаҙлығынан ҡотҡарыу тураһында күп һөйләнелә, төрлө саралар үткәрелә, “Айыҡ ауыл” проекты тормошҡа ашырыла, һөҙөмтә лә бар кеүек. Бер ауылдың аҡһаҡалы: “Ауылда эскеселәрҙең күптәре яҡты донъя менән хушлашты, ҡалғандары һабаҡ алған кеүек, аҡылға ултырмағандары йәшерен йотһа ла, урамда ғауғалап йөрөгәндәр юҡ, араҡының модаһы үтте”, - тигәс, ысынлап та, был сирҙән йәмғиәт ҡотола ала тигән ышаныс тыуғайны. Ләкин тормошта киреһен күреп, йөрәк өшөй. Ҡатын-ҡыҙ эскелеге бигерәк аяныс…Беҙҙең күрше Көйөргәҙе районында 40 йәшлек улын атаһы айҙан артыҡ эҙләгән. 19 мартта уның кәүҙәһе Ғафури районы Аҡкүл ауылындағы ҡоҙоҡ төбөндә табылған. Мәйет тураҡлап ырғытылған. Енәйәттә уның 39 йәшлек өйҙәш ҡатыны ғәйепләнә, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.Баҡтиһәң, 12 февралдә эске табынында, көнләшеү нигеҙендә низағ сыҡҡан. Ҡатын ағас уҡлау менән ирҙең башына бер нисә тапҡыр тондорған, тегеһе урында йән биргән. Ике көндән һуң ҡатын әхирәтенә ярҙам һорап барған, уныһының башына мәйетте ташландыҡ ҡоҙоҡҡа йәшереү уйы килгән. Әхирәттәр мәйетте сана менән тәғәйенләнгән урынға алып килгән. Ҡайҙа тураҡлап ултырҙылар икән?!Хәҙер йәш ҡатындарҙың икеһен дә яза көтә.Фото:интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.

Йәмғиәтте эскелек һаҙлығынан ҡотҡарыу тураһында күп һөйләнелә, төрлө саралар үткәрелә, “Айыҡ ауыл” проекты тормошҡа ашырыла, һөҙөмтә лә бар кеүек. Бер ауылдың аҡһаҡалы: “Ауылда эскеселәрҙең күптәре яҡты донъя менән хушлашты, ҡалғандары һабаҡ алған кеүек, аҡылға ултырмағандары йәшерен йотһа ла, урамда ғауғалап йөрөгәндәр юҡ, араҡының модаһы үтте”, - тигәс, ысынлап та, был сирҙән йәмғиәт ҡотола ала тигән ышаныс тыуғайны. Ләкин тормошта киреһен күреп, йөрәк өшөй. Ҡатын-ҡыҙ эскелеге бигерәк аяныс…
Беҙҙең күрше Көйөргәҙе районында 40 йәшлек улын атаһы айҙан артыҡ эҙләгән. 19 мартта уның кәүҙәһе Ғафури районы Аҡкүл ауылындағы ҡоҙоҡ төбөндә табылған. Мәйет тураҡлап ырғытылған. Енәйәттә уның 39 йәшлек өйҙәш ҡатыны ғәйепләнә, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Баҡтиһәң, 12 февралдә эске табынында, көнләшеү нигеҙендә низағ сыҡҡан. Ҡатын ағас уҡлау менән ирҙең башына бер нисә тапҡыр тондорған, тегеһе урында йән биргән. Ике көндән һуң ҡатын әхирәтенә ярҙам һорап барған, уныһының башына мәйетте ташландыҡ ҡоҙоҡҡа йәшереү уйы килгән. Әхирәттәр мәйетте сана менән тәғәйенләнгән урынға алып килгән. Ҡайҙа тураҡлап ултырҙылар икән?!
Хәҙер йәш ҡатындарҙың икеһен дә яза көтә.
Фото:интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.
Читайте нас: