Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
29 Март 2021, 13:34

Кеше ғүмеренә һунар иткәндәр үҙҙәре ҡапҡанға ҡапҡан

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотик матдәләр әйләнешен контролдә тотоу идаралығы хеҙмәткәрҙәре синтетик наркотик етештереүсене тотҡан. Дилерҙарҙың өйҙәрендә тыйылған матдәләр етештереү менән шөғөлләнеүе асыҡлана. Тартып алынғандың дөйөм ауырлығы бер тапҡыр файҙалана торған 30 мең дозаға етә, тимәк, 30 мең кеше ғүмере ҡыйыла тигәнде аңлата. Ә быға тиклем күпме кешене ҡапҡанға эләктерҙе икән былар?

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотик матдәләр әйләнешен контролдә тотоу идаралығы хеҙмәткәрҙәре наркотик етештереүселәрҙе тотҡан. Енәйәтселәрҙән ҙур синтетик наркотиктар партияһы тартып алынған, уларҙың етештереү менән шөғөлләнеүе асыҡлана. Тартып алынғандың дөйөм ауырлығы өс килограмм - ул бер тапҡыр файҙалана торған 30 мең самаһы доза тигәнде аңлата.
Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүҙәренсә, 29 йәшлек Өфө егете ҡуртымға ике фатир алған. Тәүгеһендә ул ғаиләһе менән йәшәгән, шунда уҡ аш-һыу бүлмәһендә махсус йыһазландырылған йәшерен урында наркотик матдәләр һаҡлаған. Икенсе фатир уға мини-лаборатория булып хеҙмәт иткән, унда ул үҙенең 38 йәшлек танышы менән синтетик наркотик матдәләр етештергән. Шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре ҙур «тауар» партияһын тартып ала. Күмәртә партиялары республика һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә «йәшерен урындар» ярҙамында таратылған.
Енәйәт бизнес эшмәкәрҙәренә ҡарата «Айырыуса ҙур күләмдә наркотик матдәләрҙе законһыҙ рәүештә етештереү, һатыу йәки таратыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: