Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
27 Май 2021, 10:05

“Ҡом төртөүсе”ләр ҡасан яуап бирер?

Ә теге ошо ваҡиғаға сәбәпсе булған ҡыҙ остоҡтары, уларҙың ата-әсәһе комиссия ултырышында ниндәй һөйләшеү барыуын, малайҙың әсәһе нимә кисергәндәре хаҡында уйлап та бирмәйҙер. Эйе, тормошта йыш ҡына аҫтыртындар, нахаҡ һүҙ һөйләгәндәр, ҡотортоусылар, “ҡом төрткөс”тәр ситтә ҡала. Әммә, иртәме-һуңмы, кире ҡылыҡтары өсөн яуап бирә...

Район хакимиәте ҡарамағындағы балиғ булмағандар эше буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Ултырышты комиссия рәйесе урынбаҫары Айгөл Айҙарбәкова алып барҙы. Унда бөтәһе 14 материал ҡаралды.
РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 5.35-се статьяһы 1-се бүлегенә ярашлы, йәғни балаларын тәрбиәләү буйынса ата-әсәлек бурыстарын үтәмәгәндәре өсөн төҙөлгән 7 эш тикшерелде. 20.22-се статья буйынса 16 йәшкә тиклемге балиғ булмағандарҙың иҫерткес эсемлек, наркотик, психотроп матдә ҡулланған осраҡ буйынса 1 материал ҡаралды. Водитель таныҡлығы булмаған көйө, өҫтәүенә спиртлы эсемлек эскән килеш автомобиль менән идара итеү, өйҙән сығып китеү буйынса һәм балаларына белем алырға булышлыҡ итмәгәне өсөн 1-әр, һаулыҡҡа зыян килтереү тураһында 2 материал төҙөлгәйне. Барлыҡ һорауҙар буйынса ла комиссия тейешле ҡарар сығарҙы. Былар бары һандар ғына. Ә ошо һандар артында күпме бала, ата-әсә яҙмышы...
Бына сабыйын күтәреп йәш әсә инде. Ҡатын тәү ҡарамаҡҡа балалығынан сыҡмаған үҫмер ҡыҙ кеүек кенә күренә. Әммә әңгәмә барышында, тейешле белешмәләр, документтар комиссия ағзалары ҡулында булһа ла, эсеп, иҫереп ятҡанын танмауынан, алдарға маташыуынан, бөтә һорауҙарға ла ҡәтғи яуап әҙерләп килеүенән уның бындай урында беренсе тапҡыр түгеллеген тойомларға була. Балиғ булмаған ике балаһын тәрбиәләү бурысына яуапһыҙ ҡарағаны өсөн саҡырылғайны ул.
Күптән түгел ҡатынын һуңғы юлға оҙатҡан өс бала атаһы ла ултырышҡа йыш ҡына “ҡырын тейәүе”, балаларын тәрбиәләмәүе сәбәпле килгәйне. Ул үҙен ҡулға алырға вәғәҙә бирҙе. Егет һүҙе бер булыр тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа, уның әйткәне ысын ир-егеттәр һүҙе һымаҡ яңғыраны.
Ултырышта шулай уҡ балаларына белем биреүгә, уҡытыуға иғтибар бирмәгән, булышлыҡ итмәгән ғаиләнең, дөрөҫөрәге әсәнең ҡылығы тикшерелде. Ир менән ҡатын айырылышҡан, балалары әсәләре менән йәшәй. Мәктәп педагогтарын сәбәпһеҙ уҡыуға йөрөмәгән балаларҙың тәртибе күптән борсой, икеһе лә 7-8 фән буйынса өлгәшмәй. Бөгөн уларҙы артабанғы класҡа күсереү-күсермәү мәсьәләһе тора. Проблеманы хәл итеүҙе атаһы контролгә алырға һүҙ бирҙе.
Ата-әсәләрҙе шелтәләүҙе, уларға үҙ бурысын үтәмәгән өсөн яза биреүҙе нисектер тәбиғи тип ҡабул итәһең. Ә бына балаларҙың комиссия алдына сығып яуап тотоуҙары менән, ошондай ултырыштарҙа күп ҡатнашырға тура килһә лә, барыбер күңел килешеп бөтмәй.
Башланғыс класта уҡыған бер үҫмерҙең тиҫтерҙәренә ҡарата ҡаты мөғәмәләлә булыуын, уңайы сыҡҡан һайын йоҙроҡ уйнатыуын, алдашыуын, эргә-тирәһендәгеләргә асыуын, дәрестә класташтарына, уҡытыусыларға ҡамасаулауын, әлбиттә, бер нисек тә аҡлап булмай. Әммә бында барыбер төп ғәйеп - уның ата-әсәһендә, тип уйлайым. 10-11 йәшлек балала ҡайҙан шундай ҡанһыҙлыҡ булырға тейеш һуң? Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр тигән әйтем бар – ғаиләһендә тейешле тәрбиә, матур мөнәсәбәт күрмәгәнгә үҙенең нәфрәтен мәктәптә, урамда сығара тип уйларға урын бар.
Тағы бына спиртлы эсемлек эскән 16 йәшлек улына руль тотторған ата-әсәне нисек аңларға?
Сираттағы комиссия ултырышында тикшерелгән бер осраҡта ғына баланың ата-әсәһен ғәйепләмәҫ инем мин. Үҫмер сүп үткәргестә эшләгән әсәһен ҡыҫтырып үсекләүселәргә таш бәрә. Ҡурҡытырға тип кенә кәйелткән ташы, әмәлгә ҡалғандай, береһенең башына эләгә. Аҙағы билдәле инде: үҫмер комиссия ағзалары алдында яуап тота. Ә теге ошо ваҡиғаға сәбәпсе булған ҡыҙ остоҡтары, уларҙың ата-әсәһе ултырышта ниндәй һөйләшеү барыуын, малайҙың әсәһе нимә кисергәндәре хаҡында уйлап та бирмәйҙер. Эйе, тормошта йыш ҡына ошондай аҫтыртын эш эшләгәндәр, нахаҡ һүҙ һөйләгәндәр, ҡотортоусылар, “ҡом төрткөс”тәр ситтә ҡала. Әммә, иртәме-һуңмы, кире ҡылыҡтары өсөн яуап бирә инде улар...
Читайте нас: