Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
29 Май 2021, 12:15

Вазифалы шәхестәр язаһын алды

Законһыҙ ғәмәл һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһы бюджетына 4,6 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән.

7-се колонияның элекке начальнигы, “Астейс” акционерҙар йәмғиәтенең тәьминәт, сауҙа һәм маркетинг бүлектәре начальниктары килтергән зыянды Мәләүез район-ара прокуратураһы суд аша түләттереүгә өлгәште.
РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы, 4-се, 33-сө статьяһының 5-се өлөшө буйынса мутлашыуҙа ошо граждандар ғәйепле тип танылды. Асыҡланыуынса, колония хеҙмәткәрҙәре, йәнәһе КамАЗ йөк машинаһында двигатель ебәреү мәсьәләһен хәл итергә теләп, “Астейс” акционерҙар йәмғиәтенән махсус автомобиль модулдәре һатып алыу ойоштора. Әшнәләр тауар алыу тураһында документ тултыра, аҡсаһын түләй, әммә запас частар килтерелмәй.
Законһыҙ ғәмәл һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһы бюджетына 4,6 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән.
Ошоға бәйле район-ара прокуратура, зыянды ҡаплатыуҙы һорап, ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Суд күҙәтеү ведомствоһы талабын тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе. Ҡарар законлы көсөнә инмәгән.
Дамир ХАНОВ, район-ара прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы.
Читайте нас: