Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
20 Ғинуар 2022, 11:33

Мәктәп директоры яуаплылыҡҡа тарттырылған

Прокуратура тарафынан мәктәп директорына БР Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 116-сы статьяһына ярашлы административ эш ҡуҙғатты

Мәктәп директоры яуаплылыҡҡа тарттырылған
Мәктәп директоры яуаплылыҡҡа тарттырылған

Район-ара прокуратура балиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын профилактикалау күҙәтелеүен тикшерҙе.

2021 йылдың октябрендә белем биреү ойошмаһына социаль хәүефле ғаилә менән профилактика уҙғарыу, балиғ булмағандар эштәре, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ҡарары килеүе асыҡланған.

Билдәләнгән ваҡытҡа мәктәптән раҫлау өсөн шәхси план тәҡдим ителмәү сәбәпле ғаилә менән иҫкәртеү эштәре ойошторолмаған һәм үткәрелмәгән.

Ошоға бәйле прокуратура мәктәп директорына ҡарата БР Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 116-сы статьяһына ярашлы административ эш ҡуҙғатты (законды үтәү ваҡытын инҡар итеү йәки боҙоу). Директорға 2 мең һум штраф һалынған. Бынан тыш, прокуратура уның адресына күрһәтмә индергән, ул әле тикшерелә.

Альберт Ахунов,  район-ара прокурор.

Мәктәп директоры яуаплылыҡҡа тарттырылған
Мәктәп директоры яуаплылыҡҡа тарттырылған
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: