Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
15 Февраль 2022, 12:30

Бер минутлыҡ яңылышыу мәңгелек ҡайғыға килтерә

Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ, тип әйтә торған ине өлкәндәр. Ҡайһы бер әҙәмдәр был халыҡ мәҡәлен үҙҙәренә лозунг итеп алған, ахыры. Берәйһен тишек шоманға ултыртмаһа, күңелдәре булмай уларҙың. Ә беҙҙең илдә, бер ҡатлы әҙәмдәр, ай-һай етерлек... Улай булмаһа, телефон аша шылтыратҡан сит-ят  әҙәмгә кем булған бар мөлкәтен, аҡсаһын тоттора?

 

Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ, тип әйтә торған ине өлкәндәр. Ҡайһы бер әҙәмдәр был халыҡ мәҡәлен үҙҙәренә лозунг итеп алған, ахыры. Берәйһен тишек шоманға ултыртмаһа, күңелдәре булмай уларҙың. Ә беҙҙең илдә, бер ҡатлы әҙәмдәр, ай-һай етерлек... Улай булмаһа, телефон аша шылтыратҡан сит-ят  әҙәмгә кем булған бар мөлкәтен, аҡсаһын тоттора?

Бер ҡатын социаль селтәрҙә үҙен хеҙмәтләндергән банктың реклама ролигын күреп ҡала. Баҡтиһәң, анкета ғына тултырһаң, бушлай япон ризығы менән һыйланыу мөмкинлеге тыуа, сушины өйөңә килтереп бирәләр хатта. Шундай ымһындырғыс осраҡ менән нисек ҡулланмаҫҡа, әлбиттә, ул анкетаны тултыра, үҙенең банк картаһы тураһында мәғлүмәт менән дә бүлешә. Япон ризығын килтергәнен көтө-көтә ул көтөккә әйләнә, ә банк картаһындағы 100 мең аҡсанан “елдәр иҫә”. Алданғанын аңлаған ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә лә ул, мут әҙәмдәрҙең эҙенә төшөү, ай-һай ауыр...

Икенсе осраҡта аҡсаһыҙлыҡтан йонсоған гүзәл зат финанс биржаһында үҙенең бәхетен һынап ҡарай. Баҡтиһәң уның кеҫә телефонына таныш булмаған әҙәм шылтыратып, инвестиция баҙарында аҡса эшләү мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт бирә. Аҡсаһы булмаһа ла ныҡышмал әҙәм уны туғандарынан үтескә миллион һум алып торорға күндерә. Бер аҙҙан тағы 3 миллион 600 мең һумға кредит ала, уныһын да “инвестиция өлкәһендә эшләргә өйрәткән” әҙәмдең картаһына күсерә. Тик ике аҙнанан ғына уғрының ауына эләккәнен аңлап ҡала.

Полиция тағы ла граждандарҙы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, банк хеҙмәткәре тип таныштырып телефонға шылтыратыу килһә, һөйләшмәгеҙ. Социаль селтәрҙә аралашҡанда ла уяулыҡты, һиҙгерлекте юғалтмағыҙ. Шикле кешеләрҙән таныштарығыҙ тураһында насар хәбәр еткерһәләр, яҡындарығыҙҙың шәхсән телефонына шылтыратып бәйләнешкә инегеҙ. Сөнки хәйләкәрҙең һүҙе - мәкер, шуны онотмағыҙ.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: