Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
11 Март 2022, 10:26

Ғәйепле тип танылған

Ул хөкөм ителеүенә ҡарамаҫтан, рулгә ҡабаттан эсеп ултырған өсөн ғәйепле тип танылған. Судта 2014 йылда иҫерек водитель арҡаһында ике кешенең һәләк булыуы, ә иҫән ҡалғанының һаулығына ауыр зыян килеүе асыҡланған.

Ғәйепле тип танылған
Ғәйепле тип танылған

Мәләүез район суды судьяһы 32 йәшлек Первомай ауылы кешеһенә суд ҡарары сығарған. Ул хөкөм ителеүенә ҡарамаҫтан, рулгә ҡабаттан эсеп ултырған өсөн ғәйепле тип танылған. Судта 2014 йылда иҫерек водитель арҡаһында юл транспорты ваҡиғаһында ике кешенең һәләк булыуы, ә иҫән ҡалғанының һаулығына ауыр зыян килеүе асыҡланған. Ҡылынған енәйәте өсөн граждан өс йылға яҡын колонияла яза үткән.

2020 йылда хөкөм ителгән әҙәм транспортҡа эсеп ултырғаны өсөн 400 сәғәт мотлаҡ эшкә йәлеп ителеп, яңынан енә­йәт яуаплылығына тарттырылған. Ике тапҡыр хөкөм ителеүенә ҡарамаҫтан, йәш кеше 2021 йылдың сентябрендә эскән килеш «Skoda Octavia» автомобилендә Мәләүез ҡалаһы Цюрупа урамында полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына.

Суд уны колонияла яза үтәү шарты менән  9 айға иркенән мәхрүм итте. Хөкөм ҡарары әлегә көсөнә инмәгән.

Мәләүез район-ара прокуроры Альберт Ахунов.

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: