Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
14 Сентябрь 2022, 15:45

“Аҡ үлем”дән йыраҡ тороғоҙ!

Наркотик матдәне бер тапҡыр булһа ла тәмләп ҡараған кеше һаулыҡҡа зыян килтергән ағыуға тиҙ өйрәнеп китә, тиҙәр. Артыҡ тормош ауырлығын күрмәгән йәштәр, әллә ата-әсәһенең иғтибарынан ситтә ҡалғанғамы, тайғаҡ юлға тиҙ баҫа.

 

Наркотик матдәне бер тапҡыр булһа ла тәмләп ҡараған кеше һаулыҡҡа зыян килтергән ағыуға тиҙ өйрәнеп китә, тиҙәр. Артыҡ тормош ауырлығын күрмәгән йәштәр, әллә ата-әсәһенең иғтибарынан ситтә ҡалғанғамы, тайғаҡ юлға тиҙ баҫа. Ҙур ҡалаларҙың береһендә йәшәгән хаҡлы ялдағы ханымдың күҙәтеүҙәре лә шуны дәлилләй. Дүрт тиҫтә эш стажы булған апайҙың һаулыҡ яғы самалы, шуға ла иртәле-кисле паркта скандинав таяғы менән йөрөргә сыға. Күп ҡатлы йорттоң юғары ҡатындағы фатирҙа күпме ултырмаҡ кәрәк: саф һауала йөрөп кәйефен күтәрә, кеше менән дә аралашып өлгөрә ул. Әйткәндәй, сәләмәт тормош алып барғандар араһында 94 йәшлек инәйҙәр ҙә бар, баҡтиһәң.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, парк  наркотиктар йәшереп китә торған урынға әйләнгән. “Ана, тротуарҙың ситен ҡаҙып тағы эҙләгәндәр шул ағыуҙы”. - Юл ситендә эт тырнаҡтары менән соҡоған төҫлө соҡорға, әле артыҡ күпләп тә ҡойолмаған ағас япраҡтарының туҙып ятҡан урындарына таяҡ менән төртөп күрһәтә ул. Наркотик таратыусылар порошок төргәген тайғаҡ юлға баҫҡандарға ҡулдан-ҡулға тапшырмай,  билдәле урынға йәшерә лә, һалған урынының фотоһын ғына телефон аша ебәрә. Сираттағы доза эҙләп, бармаҡтары менән ерҙе соҡоп, таба алмаһалар, сәстәрен йолҡҡолап, үҙ-үҙен тыйып тота алмаған наркомания “тоҙағына” эләккән йәштәрҙе күреү өлкән кешелә уларҙы йәлләү тойғоһо уята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “аҡ үлем” быуат афәтенә әйләнде.

Был сирҙән ҡотолорға тик табип ҡына түгел, ә бар йәмәғәтселек ярҙам итергә, көрәшергә тейеш. Әйткәндәй, хоҡуҡ һағында торғандар ҙа үҙ эшен яҡшы башҡара.  Паркта ял итергә сыҡҡан һәр кемде улар “иләк” аша үткәрә. Еңел кеҫә ҡалынайтырға теләгән өлкәндәр ҙә бар, күрәһең. Шуға күрә кинолог хеҙмәткәрҙәре махсус өйрәтелгән эттәр менән һәр кемде тикшерә. Ә апайҙың йәштәргә әйтер һүҙе - бушлай наркотик тәмләп ҡарарға тәҡдим иткәндәрҙән йыраҡ тороғоҙ, ата-әсәгеҙҙе ғүмерлек хәсрәт утына һалмағыҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: