Күперле шарлауығы — тәбиғәттең ҡулы менән һалынған бейек таш күпер — шул мөғжизәләрҙең береһе.
Күпергә юл Нөгөш һыу һаҡлағысынан арыраҡ, Ҡыҙ күҙ йәше гөрләүегенән биш километр алыҫлыҡта ята. Был шарлауыҡ тураһында ошондай легенда бар. Имеш, бер һылыу ҡыҙҙы үҙенән бик күпкә оло кешегә кейәүгә бирергә булғандар. Ә уның яратып йөрөгән егете булған.
Ҡыҙ риза булмаған, ошо ҡаяларҙы ҡосоп серҙәрен һөйләгән. Уның зарын ер-һыу ҙа уртаҡлашҡан. Шуға ошо ҡаянан шишмә урғылып сыҡҡан.
Күперле — Нөгөш йылғаһы тармағынан барлыҡҡа килгән бәләкәй йылға. Тәбиғи күперҙән ике-өс километрҙараҡ өҫтә, ер аҫты юлынан ағып, бейек ҡаялар араһынан килеп төшөп, бәләкәй шарлауыҡҡа әйләнә. Тәбиғи күперҙең оҙонлоғо — 35, бейеклеге — 20, киңлеге — 4 метр. Мәләүез районы.
Фирүзә АРЫҪЛАНОВА.
Мәләүез районы. Башҡортостан.24.01.2012