Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2017, 14:19

Онотмаған халыҡ, юғалтмаған тарих исемегеҙҙе...

Үрге юлдаштар арҙаҡлы шәхестәрҙе ҙурлай, хөрмәтләй белә Күптән түгел мәктәптә Рәсәй Федерацияһы маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы, директор, йәмәғәт эшмәкәре Миңлебай Байсуриндың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы Хәтер кисәһе үтте.

Үрге юлдаштар арҙаҡлы шәхестәрҙе ҙурлай, хөрмәтләй белә
Күптән түгел мәктәптә Рәсәй Федерацияһы маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы, директор, йәмәғәт эшмәкәре Миңлебай Байсуриндың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы Хәтер кисәһе үтте.
Был көндә Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташ янында тағы ике мемориаль таҡта барлыҡҡа килде. Шуның береһе мәктәптең беренсе директоры Әмин Әлмөхәмәтовҡа булһа, икенсеһе - Миңлебай Байсуринға.
Уларҙың икеһе лә райондағы тәүге башҡорт мәктәбе тарихында мөһим урын биләүе бөтәһенә лә мәғлүм. Ике шәхес тә рәхмәтле ауылдаштары, райондаштары, элекке хеҙмәттәштәре, сығарылыш уҡыусылары күңелендә һаҡлана. Хәтер кисәһе барышында сараға килгән һәр кеше күңел һандығында һаҡланған иҫтәлектәре менән бүлешергә ашҡынды. Ә тойғолар иһә кисәнең башынан аҙағына тиклем ағылды ла ағылды...
Иң тәүҙә Әмин Ҡолмөхәмәт улының вариҫтары - улы, хеҙмәт ветераны, Рәсәй химия сәнәғәте маҡтаулы хеҙмәткәре Илдар Әлмөхәмәтов, ейәндәре Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры Илмар Әлмөхәмәтов, “Госстрой” төҙөлөш компанияһы генераль директоры урынбаҫары Азамат Әлмөхәмәтов - атай-әсәһе һөйләгән буйынса хәтирәләре менән уртаҡлашты. Балалары ғына түгел, уҡыусылары ла тәүге директорҙың кешелекле, ғәҙел, ярҙамсыл кеше булыуын телгә алды. Уҡытыусылар, ауыл халҡы 1998 йылда - 90, 2008 йылда 100 йәшен билдәләп, тантаналар үткәргән. 2009 йылдан балалары атайҙары исемендәге премия булдырып, һәр йыл 1 сентябрҙә мәктәптең алдынғы уҡыусыларына тапшыра. Быйыл бүләкләнеүселәр һаны 18-гә еткән.
Мәктәптең үткәненә, бөгөнгөһөнә байҡау яһағанда уның Әмин ағайҙан һуң директор булып эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Хөснулла Алтынғужин, Ғәбит Ғүмәровтарҙың да яҡты иҫтәлектәре телгә алынды.
Бөйөк шәхестәрҙең күбеһе тарихта фамилия менән генә һаҡланған: Жуков, Суворов, Шайморатов, Кутузов, Хоҙайбирҙин һәм башҡалар. Миңлебай Әхмәтдин улын да ауылдаштары, хеҙмәттәштәре, райондаштары Байсурин тип йөрөткән һәм әле булһа ла уны хөрмәтләп фамилия менән генә атайҙар. Мәктәп, ауыл тарихында уның да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Миңлебай Байсурин уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, етәкселек һәм халыҡ араһында, иң беренсе кеселеклеге, ярҙамсыллығы, зирәк аҡылы менән ихтирам ҡаҙанды. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән генә түгел, ғаилә тормошо буйынса ла башҡаларға өлгө күрһәтте. Хәләл ефете Әминә Сәхиулла ҡыҙы менән биш баланы лайыҡлы тәрбиәләне, яҡындарына, туғандарына һәр ваҡыт терәк булды. Был хаҡта Ейәнсура районы Байдәүләт ауылынан килгән уның ике туған ҡустыһы Фәниә һәм Фәтҡулла Байсуриндар ҙа сығыштарында билдәләп үтте.
Миңлебай Әхмәтдин улының уҡыусылары, хеҙмәттәштәре иҫтәлектәре менән бүлеште. “Ағай беҙҙе бик күп нәмәгә өйрәтте. Уға ҡарап, үҙебеҙҙе йәмәғәт урындарында тотоуҙан алып, кеше менән дөрөҫ аралашырға ла унан өйрәндек”- тине улар. Педагогия хеҙмәте ветерандары Люция Ғүмәрова, Наилә Камаловалар уның эшһөйәр, уңған етәксе булыуын билдәләне. Ғөмүмән, сара барышында сығыш яһаған “Юрматы ырыуы” ҡоро етәксеһе Риф Иҫәнов, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Сәйфулла Әмиров, Юнир Аҙнағоловтар, ауылдаштары бөтәһе лә күңелдәрендә яратҡан уҡытыусылары, ғаилә дуҫтары, күршеләре хаҡында тик сағыу хәтирә һаҡлағанын белдек.
Алып барыусы Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре Ләлә Мөслимова Хәтер кисәһен Байсурин ағайҙың һүҙҙәре менән тамамланы: “Бына шулай, үҙең дә белмәй ҡалаһың, ғүмер үтә лә китә икән. Ә һеҙ, уҡытыусылар, ауырымай ғына матурлап, тырышып эшләгеҙ. Бәхет һеҙгә”. Беҙ ҙә ошо һүҙҙәргә ҡушылабыҙ.
Һүрәттәрҙә: Сараны үткәреүгә ҙур көс һалған Байсуриндар ғаиләһе.
Автор фотоһы.