Конгэк
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Май 2018, 16:27

Турнир лидерҙарҙы асыҡланы

Бөгөн шәхси үҫешкә, уңышҡа һәм үҙ маҡсатына ынтылған йәш быуын өсөн мөмкинлектәр ҙә, шарттар ҙа бик күп.

Бөгөн шәхси үҫешкә, уңышҡа һәм үҙ маҡсатына ынтылған йәш быуын өсөн мөмкинлектәр ҙә, шарттар ҙа бик күп. Уларҙы дөрөҫ файҙалана белгән, заман менән бергә атлаған ҡыйыу, тәүәккәл һәм һәләтле йәштәребеҙ ҙә байтаҡ.
Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында “Кесе Ватаным - үҫеш территорияһы” ауыл йәштәрен үҫтереү проектын бойомға ашырыу сиктәрендә үткән турнир тап шундайҙарҙы тупланы. “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән уҙған сарала республиканың көньяҡ райондарынан, атап әйткәндә, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау һәм Мәләүездән 8 команда ҡатнашты. Сараны асыу тантанаһында район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова, район Хакимиәтенең йәштәр эштәре секторы мөдире Ринат Ғибәҙуллин,
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы башҡарма комитеты рәйесе Сергей Макаров ҡатнашты.
Артабан командалар төрлө темалар буйынса фекер алышыуға дүрт майҙансыҡҡа таралды. Уларҙы урындағы үҙидаралыҡ органдары, медиа һәм фәнни-эксперт берләшмәһе вәкилдәре ингән жюри комиссияһы баһаланы.
Турнирҙа һәр кем үҙенең нимәгә һәләтле икәнлеген, ораторлыҡ оҫталығын, төрлө өлкә буйынса аң даирәһен, белемен күрһәтте. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Стәрлетамаҡ районы командаһы яуланы. Икенсе-өсөнсө урындарға Мәләүез һәм Миәкә райондары йәштәре лайыҡ булды.
Сараға йомғаҡ яһағанда Лилиә Зиннур ҡыҙы парламент дебаттары юғары кимәлдә ойошторолоуын, ошондай саралар йәш быуындың аналитик фекерләүен үҫтереүен, әүҙем тормош позицияһы формалаштырыуын билдәләне. Лига ағзаһы Дарья Шлычкова бындай турнирҙар йәштәр араһында лидерҙарҙы асыҡларға ярҙам итеүе йәһәтенән бик отошло булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Йәштәрҙең заманса фекер йөрөтөүе, аныҡ маҡсаттар ҡуя белеүе, шулай уҡ уларҙың ҡыйыулығы һоҡландырҙы. Яҡын киләсәктә улар райондың, республиканың, илдең иҡтисади, социаль, фәнни һәм сәйәси үҫешенә үҙ өлөшөн индерер, тип ышанғы килә.
Һүрәттә: “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы президентының проект-ижади эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары Азат Килсенбаев.
Автор фотоһы.