Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Февраль 2019, 18:30

Мөмкинлектәр ҙә, шарттар ҙа кәрәк

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәғарифҡа арналған тәүге республика форумында белем усаҡтарында биш көнлөк уҡытыу системаһына күсергә тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәғарифҡа арналған тәүге республика форумында белем усаҡтарында биш көнлөк уҡытыу системаһына күсергә тәҡдим итте. Уға ярашлы 1 сентябрҙән Башҡортостанда «Үргә ос!» («Взлетай!») проекты эшләй башлай. Был юғары класс уҡыусыларын оло тормош юлына әҙерләү өсөн кәрәк. Ошо хаҡта мәләүездәр үҙ фекерҙәре менән бүлеште.
Александр БАТОВ, 8-се мәктәп директоры:
- Өфөлә республика форумында Мәләүездән 10 кеше ҡатнаштыҡ. Был проект заман кешеһенә кәрәкле, ыңғай үҙгәрештәр вәғәҙә итә. Секция ултырыштары бик фәһемле булды, педагогтар фекерен алышты, борсоған проблемаларҙы күтәрҙе. Алдағаһын күҙ күрер, эшләргә кәрәк.
Илһам МИҺРАНОВ, атай:
- Биш көнлөк уҡытыу системаһына күскәндә, минеңсә, уҡыусыға ауырға тура киләсәк. Сәғәттәр ҡыҫҡартыламы - юҡмы, ниндәй дәрестәр юҡҡа сығасаҡ - шуны ла белге килә. Шахмат уйнарға йәки водителгә уҡырға бала ҡасан өлгөрәсәк? Шарттары ниндәй икән? Белгестәрҙе йәлеп итеү ҙә кәрәктер инде. Ҡайһы бер модулдәр өсөн мәктәптәрҙә шарттар булдырыу мөһим. Ыңғай яҡтары ла бар, әммә был проект тормошҡа ашһын өсөн тәү сиратта мөмкинлектәр булдырырға һәм, әлбиттә, еренә еткереп эшләргә кәрәк.