Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Август 2019, 19:02

Август кәңәшмәһе

23 августа ҡала мәҙәниәт һарайында мәғариф буйынса август кәңәшмәһе була. Күргәҙмә – иртәнге 10-да, пленар өлөшө 11-ҙә башлана.

23 августа ҡала мәҙәниәт һарайында мәғариф буйынса август кәңәшмәһе була. Күргәҙмә – иртәнге 10-да, пленар өлөшө 11-ҙә башлана.
Белем биреү учреждениелары, шеф ойошмалары, предприятие етәкселәре, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, профком рәйестәре, йәш белгестәр, педагогия хеҙмәте ветерандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары саҡырыла.
Август кәңәшмәһе сиктәрендә түбәндәге саралар үткәрелә:
- 19, 20, 21 августа иртәнге 10-да мәғариф идаралығында, 1-се гимназияла, 6-сы лицейҙа секция ултырыштары;
- 26, 27, 28 августа иртәнге 10-сы яртыла 1-се, 3-сө гимназияларҙа, 4-се, 8-се мәктәптәрҙә, 6-сы лицейҙа, Ижад һарайында оҫталыҡ дәрестәре үткәреү менән бергә уҡытыусылар һәм тәрбиәселәрҙең район, ҡала методик берекмәләре ултырыштары;
- 29 августа көндөҙгө 12-лә Ижад һарайында (мәғариф музейы) йәш белгестәрҙе ҡотлау.